

“Кешеләр тыуған ерен данлай” I республика кинофестиваленең быйылғы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылында әһәмиәте ҙур. Уның Бөрө ҡалаһының 8-се урта мәктәбендә үткән йомғаҡлау этабы Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы ойошторолған иң ҙур сараның береһе булды.
8-се мәктәптә кинофорумды бер йыл элек презентациялағайнылар һәм ул дауамлы булды, географияһы ла киңәйә бара. 11 райондан, шул иҫәптән Ауырғазы (Степановка ауылы), Йәрмәкәй (Уҫман-Ташлы), Миәкә (Ҡаран-Ҡунҡас), Хәйбулла (Аҡъяр), Мәсетле (Оло Ыҡтамаҡ), Баҡалы (Урманай, Саҡмағош), Күгәрсен ( Йомағужа), Туймазы (Серафимовка) райондарынан, шулай уҡ Нефтекама һәм Бөрө ҡалаларынан ҡатнашыусылар бар ине.
Уҡыу йортоноң ишек алдынан уҡ байрамдың киң ҡолас менән үтеүе күренә. Ҡунаҡтарҙы рус, башҡорт, татар, мари халҡының милли кейемдәрен кейгән өлкән класс уҡыусылары сәләмләү һүҙҙәре менән ҡаршы алды. Барыһы ла тәмле ҡамыр аштарынан һәм милли эсемлектәрҙән ауыҙ итте.
Бөрө ҡалаһында байрамда ҡатнашыусыларға һәм онлайн режимда сараға ҡушылыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән Бөрө районы мәғариф идаралығы етәксеһе Владислав Резнов һәм 8-се урта мәктәп директоры Альбина Әхмәҙиева мөрәжәғәт итте.
20-нән артыҡ 8-се-11-се класс уҡыусылары етәкселәре менән башҡорт, рус һәм мари телдәрендә төрлө темаға үҙҙәренең проектын тәҡдим итте. Унда билдәле рәссам-яҡташтар, тылда хеҙмәт һалған өләсәйҙәр, башҡорт милли кейеме үҙенсәлектәре, милли тарихи-мәҙәни үҙәк, мари барабандары эшләүсе оҫта, Чернобыль фажиғәһе, тыуған яҡ һәм туған тел тураһында киноһүрәтләмәләр күрһәтелде.
Кинофестивалдә ҡатнашыусылар эшен Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының әйҙәүсе белгесе Илүсә Хужәхмәтова, “Башҡортостан” киностудияһы генераль продюсеры Рөстәм Солтанғужин һәм БДУ-ның Бөрө филиалы филология фәндәре уҡытыусылары, доценттары һәм кандидаттары баһаланы. Улар тәҡдим ителгән сюжеттарҙың ихласлығына, ябайлығына, ысын профессионал булмаһалар ҙа, уҡыусыларҙың темаға ижади ҡарауына, төшөрөү оҫталығына хайран ҡалды. Ҡатнашыусылар үҙҙәре лә саранан бай тәьҫораттар алды.
— Беҙҙең эшебеҙ коллектив ине, — тип һөйләне 1-се дәрәжә дипломант, 8-се мәктәп уҡыусыһы Кристина Иванова. — Беҙ Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Радик Хөсәйен улы Нурғәлин менән интервью формаһында фильм төшөрҙөк, кинохрониканан кадрҙар ҡулландыҡ. Тарихыбыҙҙың иң аяныслы биттәренең береһенә ҡағылдыҡ. Класс етәксебеҙ Надежда Евгеньевна Әхмәтйәноваға ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ.
“Кешеләр тыуған ерен данлай” I республика кинофестивале ҡатнашыусылары мәғариф системаһындағы иң мәртәбәле конкурстарҙың береһенә нигеҙ һалды. Һис шикһеҙ, был проекттар ҙур аудиторияның һөйөүен яулар, йәмғиәттең, уҡытыусыларҙың, балалар һәм ата-әсәләрҙең яҡшы баһаһын алыр.
Теманы дауам итеп...
“Кешеләр тыуған ерен данлай” I республика кинофестивале Бөрө районы хакимиәте һәм мәғариф идаралығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы тарафынан ойошторолған.
Тыуған илгә һөйөү
тәрбиәләп
Владислав Резнов, Бөрө районы мәғариф идаралығы етәксеһе:
— “Кешеләр тыуған ерен данлай” кинофестивале уҡыусыларға фильм төшөрөү буйынса һәләттәрен күрһәтеү генә түгел, ә тыуған ергә булған һөйөүҙәрен, йылы хис-тойғоларын да белдереү өсөн яҡшы мөмкинлек. Әлеге көндәрҙә кино аша белем биреү бик көнүҙәк, сөнки йәмғиәттең заманса мәҙәниәте тамашалыраҡ була бара һәм экран сәнғәте унда мөһим урын алып тора.
Уҡыусылар республика халыҡтарының туған телдәрен, этномәҙәни үҙенсәлектәрен үҫтереү һәм һаҡлау, йәнтөйәгебеҙҙең билдәле кешеләре һәм мөһим ваҡиғалары тураһындағы темалар буйынса видеоматериалдар тәҡдим итте. Ысын күңелдән был һоҡланғыс проектҡа күп йылдар яңы исемдәр асыуын һәм тамашасыларға ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеүен теләйем!
Рухилыҡты тергеҙәбеҙ
Альбина Әхмәҙиева, 8-се урта мәктәп директоры:
— Дөйөм фекер буйынса, кинофестиваль форматы заманса трендтарға күберәк тура килә. Һанлы белем биреү саралары һәм заманса мультимедиялы йыһаздар әллә ҡайҙарҙа йәшәгән кешеләргә лә фестивалдә тәҡдим ителгән фильмдарҙы ҡарарға мөмкинселек бирә. Беҙ сара программаһын йөкмәткелерәк итергә тырыштыҡ.
“Кешеләр тыуған ерен данлай” исемен лайыҡлы йөрөткән кинофестиваль кино сәнғәте саралары менән халыҡтың рухи донъяһын тергеҙеүҙә, йәш быуынға рухи һәм патриотик тәрбиә биреүҙә мөһим роль уйнай. Беҙҙең тарафтан күп эш башҡарылды, ләкин киләсәктә милли идеяны тергеҙеүгә булышлыҡ итер өсөн тағы ла байтаҡ ижади хеҙмәт талап ителә.
Ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа
Рөстәм Солтанғужин, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы генераль продюсеры:
— “Кешеләр тыуған ерен данлай” кинофестивале — тәүге ҡарлуғас һәм республика өсөн бик мөһим ваҡиға. Үҙҙәре өсөн яңы булған эштә күпме уҡыусы көсөн һынап ҡараны!
Беҙ барлыҡ эште лә ҡараныҡ. Уларҙың һәр береһендә етешһеҙлектәр бар, ләкин хаталарҙы бөтөрөргә уҡыусыларҙа дәрт тә бар. Бигерәк тә кинофильмдар авторҙары һөнәрмәндәр түгеллеген иҫәпкә алғанда, улар был тылсымлы донъяға инеп кенә килә. Хаталарһыҙ булмай, әлбиттә, уларҙы төҙәтә-төҙәтә артабан өйрәнәләр. Балаларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү менән үҙ телдәрендә тыуған яҡ, атай нигеҙе тураһында һөйләүе ҡыуаныслы. Был оло хөрмәткә лайыҡ.
Байтаҡ ҡатнашыусыға киностудия бүләген — “Башҡортостандың сағыу тарихын яҙабыҙ!” тигән һүҙҙәр яҙылған стена календарын ихлас тапшырҙым. Кинофорумда ҡатнашыусыларға: “Тарихыбыҙҙы яҙығыҙ! Ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмағыҙ!” — тип өндәшәм.
Ольга Платонова.
Степан Чиглинцев фотоһы.