

Профориентация сәғәтен социаль педагог Йәмилә Ғарифуллина алып барҙы. Үҙ эшенең оҫтаһы, парикмахер Миләүшә Ғилмиярова балаларҙы яратып башҡарған эше, ҡулланған эш ҡоралдары менән таныштырҙы, сәсте тәрбиәләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, оҙон сәсле ҡыҙҙарға прическа яһап күрһәтте.
Хеҙмәт инструкторҙары Ленара Солтанова һәм Дамир Зыятдинов балаларға уҡыу йорттары тураһында һөйләне һәм буклеттар таратты.
Осрашыу бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.
Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.