Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
11 Март 2022, 06:30

1-се мәктәп — беренсе!

Район Мәҙәниәт һарайында уҡыусылар өсөн «Һаҡлаусылар, алға!» Бөтә Рәсәй спорт-мәғариф уйынының район этабы үтте.

1-се мәктәп  —  беренсе!1-се мәктәп  —  беренсе!
1-се мәктәп — беренсе!

Сара балаларҙың команда рухын формалаштырыуға һәм шәхси һәләттәрен асыуға, тормошта осраған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә белеү оҫталығын үҫтереүгә йүнәлтелде.
Ярышта 3-сө-4-се кластар араһында 12 команда ҡатнашты. Уйын программаһы үҙ-үҙеңде хәүефһеҙ тотоуға һәм төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә башҡаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ете этаптан торҙо. Бөтә командалар ҙа әүҙем, шаян, етеҙ һәм берҙәм ине.
Һөҙөмтәләр буйынса судьялар коллегияһы 1-се урынды - Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе командаһына,
2-се урынды - Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенә,
3-сө урынды Көндәшле ауылының урта мәктәбенә бирҙе.
Шулай уҡ иң әүҙемдәре грамоталар менән бүләкләнде. Беренсе урын яулаған команда конкурстың төбәк этабына Мишкә районына бара.


Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.

1-се мәктәп  —  беренсе!
1-се мәктәп  —  беренсе!
1-се мәктәп — беренсе!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас