Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
10 Март 2022, 10:46

Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар

Асҡын ауылының Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында “БалыкFest” йәштәр мәғариф форумы үтте.

Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусыларНыҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар
Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар

Форумды Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының йәштәр бүлеге һәм район хакимиәте ойошторҙо.

Сарала район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары, Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы студенттары, эшсе йәштәр, райондың ирекмәнлек штабының әүҙем ағзалары ҡатнашты.  Уларҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов сәләмләне һәм ижади уңыштар теләне.

Форумда эксперт комиссия иғтибарына уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың дүрт проекты тәҡдим ителде. Проект авторҙары үҙ эштәре тураһында тәфсирләп һөйләне. Уларҙы тыңлағандан һуң комиссия ағзалары үҙенең тәҡдимдәрен һәм кәңәштәрен еткерҙе. Дүрт проект та киләсәктә Башҡортостан Республикаһы форум кампанияһында  ҡатнашырға тәҡдим ителде. Асҡын 1-се мәктәбенән Йәсминә Саҙретдинова (етәкселәре — Альмира Хәбибуллина, Әлфиә Шәймарҙанова), Диана Кашина (етәксеһе — шәхси эшҡыуар Гүзәл Емельянова), Асҡын 2-се мәктәбенән Вилдан Вәлинуровтың (етәксеһе — Лиана Вәлинурова) эше иң яҡшылары тип табылды.

Проект авторҙарына дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Илһөйәр Махатова.

Фотолар йәштәр бүлеге сәхифәһенән алынды.

 

Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар
Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар
Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар
Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар
Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар
Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар
Ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡыусылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас