

В.И. Вернандский исемендәге үҫмерҙәр тикшереү эштәре төбәк конкурсы онлайн форматта үтте.
Иҫке Балатс 2-се урта мәктәбенең 9-сы Б класы уҡыусыһы Алина Ниғәева жюри иғтибарына “Башҡортостан Республикаһы Балтас районы шишмәләре ер-һыу атамалары риүәйәттәрендә һәм районда йәшәүселәрҙең әҙәби ижадында” тигән тикшереү эшен тәҡдим итте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Алина “Тыуған яҡты иң яҡшы өйрәнеү” номинацияһында лауреат булды.
Йәш тикшереүсе еңеүендә уҡытыусы Гөлназ Дарвин ҡыҙы Фазлыеваның һәм Балалар моделле китапханаһының ярҙамын билдәләй. Афарин, Алина!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.