

Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәүсе Тәнзилә Борис ҡыҙы Мөлөкова бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Уның эш стажы — 38 йыл.
Мәктәптә эшләү дәүерендә Тәнзилә Мөлөкова үҙенең юлын дауам итеүсе бер нисә быуын уҡытыусылар әҙерләгән. Уның уҡыусылары хәҙер райондың ғына түгел, республикабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә белем бирә. Улар барыһы ла Тәнзилә Борис ҡыҙының дәрестәрен яҡшы һүҙ менән генә иҫкә ала. Ул бик сағыу, тәьҫораттарға бай тормош юлы үткән.
Тәнзилә Мөлөкова Мишкә 1-се мәктәбен тамамлағас, район статистика бүлегендә хеҙмәт юлын башлай.
— Мин район статистика бүлегендә 1966 йылдан 1969-ға тиклем эшләнем. Бында күп нәмәгә өйрәндем. Статбүлек мөдире булып бик аҡыллы, егәрле, үҙ эшен яратып, сәмләнеп башҡарыусы Фәниә Ғайса ҡыҙы Сәфәрова эшләне. Ул тыйнаҡ ҡына һөйләшеүе, кешелеклелеге менән һәр кемде арбай ине. Оло ихтирамға лайыҡ Фәниә апай мине ауылға эшкә киткәндә хатта күҙ йәше менән оҙатып ҡалды. Сөнки өс йыл эсендә беҙ бер-беребеҙгә өйрәнеп, ярты һүҙҙән аңлап тора инек. Ҡатмарлы отчеттар ул ваҡытта тик ҡул көсө менән башҡарылды. Көндө төнгә, таңға ялғаған ваҡыттар ҙа бар ине, — тип иҫкә төшөрә Тәнзилә апай үҙенең беренсе эш урынын. – Ошо йылдарҙа миңә ҙур вазифа биләгән етәкселәр менән эшләргә тура килде. Уларҙың бурыстарын намыҫ менән башҡарыуына хайран ҡала инем. Шундай яҡшы кешеләр менән эшләү бәхете тейгәненә һаман да шатланам. Мин уларҙан үрнәк алдым, улар кеүек ҙур эштәр башҡарғым килә ине.
1969 йылда ситтән тороп Бөрө педагогия институтына уҡырға инә һәм ошо уҡ йылда Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. Үҙенә талапсан, яуаплы, ижади ҡарашлы йәш белгес тиҙ арала балалар һөйөүен, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулай.
— Бик үҙенсәлекле 3-сө класс йөкмәтелде миңә. Тәүге класым айырыуса хәтерҙә. Бөтә тырышлығымды һалып эшләнем. Дәрестән һуң уҡыусылар менән төрлө йырҙар, бейеүҙәр өйрәнә инек, мәктәп сараларында ҡатнаштыҡ. “Белем үрҙәренә тик тырыштар ғына менә” тигән һүҙҙәр девизыбыҙ ине, — ти Тәнзилә Борис ҡыҙы.
Өс йылдан уны завуч итеп тәғәйенләйҙәр. Йәш уҡытыусы үҙенең төп эшенән тыш йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 1975-1978 йылдарҙа Тәнзилә Борис ҡыҙы Сабыҡ ауыл Советы рәйесе итеп һайлана. Йәш ҡатын елкәһенә бик яуаплы һәм ауыр эш ята. Бында ла бирешмәй ул, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. 1978 йылда кире ауыл мәктәбенә ҡайтып, уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. 1979 йылда уны мәктәп директоры итеп ҡуялар.
— Директор вазифаһын үтәгәндә коллективым бик ныҡ ярҙам итте. Беҙҙең коллектив дуҫ-татыу, алды-ялды белмәгән уҡытыусыларҙан тора ине. Ул саҡта өсәр смена эшләй инек: иртәнге, төштән һуң һәм дәрестәрҙән һуң киске методик берләшмә кәңәшмәләре, репетициялар, комсомол уҡыуҙары, ата-әсәләр менән эш, йыйылыштар... Унан тыш, ферма, клуб, яҙын-көҙөн ҡыр эштәренең күбеһе уҡытыусылар елкәһенә йөкмәтелә ине. Ул ваҡыттағы уҡытыусыларҙы ныҡлы рух, ялҡынлы йөрәк, белем-ғилемгә ынтылыш, балаларға төплө белем биреү теләге берләштерҙе. Ял көндәрендә уҡыусылар менән бергә тәбиғәт ҡосағына, урман-ҡырҙар, яландар ҡыҙҙырырға, ҡышын бергәләп сана-саңғы шыуырға ла ваҡыт таба инек... Ғөмүмән алғанда, бик күңелле матур осорҙа эшләнек, — тип иҫкә алды Тәнзилә Борис ҡыҙы хеҙмәт йылдарын.
1990 йылда, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, үҙ ғаризаһы менән уҡытыусылыҡ эшенә күсә. Балаларға башҡорт теле дәрестәренән белем бирә.
Тәнзилә Мөлөкова Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҙыҡһына. Балалар менән эҙләнеү эштәре башҡара, Шәйехзада Бабич музейын асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Уның уҡыусылары төрлө район конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
— Миңә үҙ эшенең оҫталары булған көслө уҡытыусылар Мөхсинә Ғабдулла ҡыҙы, Хәлимә Шәрифғәли ҡыҙы, Сажидә Тимерғәле ҡыҙы, Фатима Ғәлләм ҡыҙы, Зөләйха Риян ҡыҙы, Маһира Әбүбәкер ҡыҙы, Йәҙибә Мөким ҡыҙы менән эшләү бәхете тейҙе. Уларҙан мин күп нәмәгә өйрәндем. Тағы ла Рәфҡәт һәм Мансур Ғилуан улдарын, Әмирйән Сәлимйән улын, Мөхтәбәр Саҙретдин улын, Таһир Сафиулла улын ҙур ихтирам менән иҫкә алам. Оло рәхмәтем уларға. Фәрит Мөҡим улы тураһында әйтмәйсә булдыра алмайым: үҙе уңған, тырыш, йомшаҡ һүҙле, кешелекле ине. Ябай уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләне, ауыл халҡы өсөн борсолоп торған әүҙем шәхес булды. Тормош иптәше Маһира Әбүбәкер ҡыҙы менән көнө-төнө мәктәп эше менән янған оло йәнле кешеләр ине. Улар мәктәп өсөн күп көс һалды, үҙ өлөштәрен индерҙе. Ауылда уҡытыусы булып эшләп ҡалыуымда, тыуған төйәккә берегеп, илһам алып йәшәүемдә Фәрит Мөҡим улының һәм мәктәп уҡытыусыларының өлөшө ҙур, — ти Тәнзилә Борис ҡыҙы.
Тәнзилә Борис ҡыҙы Мөлөкованың фиҙәҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Ул хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй Тәнзилә апай. Тормош иптәше Вәкил Нил улы менән 42 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Улар дүрт балаға матур тәрбиә биреп, тормош юлына сығарған. Тәнзилә апай дүрт ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй.
“Яҙмышыма рәхмәтлемен”, — ти бөгөн Тәнзилә Борис ҡыҙы. Ул бик матур, намыҫлы ғүмер юлы үткән. Алдағы көндәрҙә лә иҫән-имен булып, тыныслыҡта йәшәргә насип булһын.
Лилиә ХӘСӘНОВА.