Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
25 Февраль 2022, 09:36

Заман менән бергә атлаусы

Борай 2-се гимназияһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева

Заман менән бергә атлаусыЗаман менән бергә атлаусы
Заман менән бергә атлаусы

Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн үҙ өҫтөңдә даими эшләргә, өҙлөкһөҙ белем алырға, тормоштан бер аҙым алда атларға, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға кәрәк. Борай 2-се гимназияһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева тап ошондай сифаттарҙы күңеленә һеңдергән. 

Туған тел һағында тороусы Ләйсән Муллағәлиева өсөн был һүҙҙәр ысынбарлыҡта ла шулай. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, туған телде өйрәнеүҙең баһаһын аңлап эш итә ул. 
Бынан 11 йыл элек башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйсән Ришат ҡыҙы, бер төркөм педагогтар менән бергә, ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия академияһына уҡырға инә. Төбәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына булған ихтыяж уны шулай икенсе юғары белем алыуға этәрә. 
— Мәктәптә уҡығанда мин башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәндем. Шуға махсус белемем булғансыға тиклем дә башҡорт теле дәрестәрен алып бара инем. Ситтән тороп белем алдым, ғәмәлдә тағы ла төплөрәк итеп өйрәнә барҙым. Төньяҡ-көнбайыш диалектын таныуҙарына, уны йәмғиәтебеҙҙә башҡорт теленең бер диалекты итеп ҡабул итеүҙәренә шатландым һәм быға рәхмәтлемен, – ти Ләйсән Ришат ҡыҙы. 
Ләйсән Муллағәлиева биш балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Төплө тәрбиә бирә уларға ата-әсәһе. 
Ә уҡытыусылыҡ һөнәренә килгәндә, уны ғаилә династияһы тип билдәләргә мөмкиндер. Әсәһе Рәзинә Хәмит ҡыҙы мәктәптә туған телдән белем бирә. Бер туған ағаһы физкультуранан уҡыта, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш урыны булмау сәбәпле, Себер тарафтарына китергә мәжбүр. «Ә бит ул кеше урынына ваҡытлыса эшләгән мәлдәрендә лә көрәш буйынса район чемпиондарын әҙерләп сығарҙы», — ти әңгәмәсем. Бер туған ҡустыһы ла уҡытыусы булыуға ҡарамаҫтан, шулай уҡ ситтә эшләй. Ҙур ғаиләне ҡарарға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк шул. Тимәк, педагог һөнәре һаман тейешенсә баһаланмаған әле илдә... 
Ләйсән Ришат ҡыҙына яҙмыш һынауҙарын да үтергә тура килә. Тормош иптәше бик иртә фажиғәле донъя ҡуя. Ике бала менән тороп ҡала ул. Бөгөн ике балаһы — ике ҡанаты, киләсәккә өмөт-ышанысы. Улы БДУ-ның Бөрө филиалында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау инженеры һөнәрен үҙләштереп, бөгөн Архангельск өлкәһендәге Плецеск космодромы йыһан ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ҡыҙы, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетының икенсе курсында белем ала. 
— Әсәйем педагог булғас, уның өҫтәл артында план яҙыуы, дәфтәр тикшереүе, романдар уҡыуы гел күҙ алдымда. Ул талантлы, ижади эшләүсе уҡытыусы ине. Төндәр буйы дәрес әҙерләүе иҫтә. Балаларға дәрес ҡыҙыҡлыраҡ булһын тип, мәғлүмәтте гәзит-журналдарҙан да туплай ине. Һөнәремдә тәүге аҙымдарымды яһағанда әсәйемдең пландарын үҙем дә ҡулландым. Тормошта ул – үтә баҫалҡы, сабыр холоҡло ҡатын. Әсәйем миңә буласаҡ һөнәрем өсөн үрнәк булды, — ти Ләйсән Ришат ҡыҙы. 
2014 йылдан гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2006 йылда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ярымфиналға сыҡһа, 2010 йылда район этабында еңеү яулай. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2010» төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, «Асылыма ҡайтам» номинацияһына эйә була. 2017 йылда ошо уҡ конкурстың район этабында еңеүсе тип таныла. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017» төбәк-ара конкурсында еңеү яулай. Шул уҡ йылды «Туған телдәр, шул иҫәптән рус теле уҡытыусылары оҫталыҡ дәресе - 2017» Бөтә Рәсәй конкурсының «Уҡытыусы-оҫта» номинацияһында еңеүгә лайыҡ була. 2017 йылда Ләйсән Ришат ҡыҙына «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 
Күп йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн педагог район мәғариф бүлегенең һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнә.
“Рәсәй Федерацияһы мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре” исемен лайыҡлы йөрөткән уҡытыусыға 2020 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы — “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.
Р. Ғарипов, З. Биишева, М. Кәрим, Н. Мусин, Т. Ғиниәтуллин һәм Башҡортостандың башҡа бөйөк шағирҙары, яҙыусылары ижадына һоҡланып, улар менән уҡыусыларҙы таныштыра алыуына шатлана Ләйсән Ришат ҡыҙы. 2014–2015 уҡыу йылында Борай 2-се гимназияһы базаһында “Һәләтле балалар өсөн электрон белем биреү мөхитен тыуҙырыу” республика күләмендәге инновацион майҙансык асыла. Уның сиктәрендә тәжрибәле уҡытыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыллыҡ план төҙөп, эш алып бара. 
Кешенең ынтылышы булһа, ул барыбер ҙә үҙенә тәғәйен урынды таба, уңышҡа ҡаҙана. Борай 2-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиеваны тырыш хеҙмәте, әүҙем педагогик эшмәкәрлеге үҙ эшенең оҫтаһы дәрәжәһенә күтәрҙе, ижади, һөнәри эшләгән педагогтар исемлегенә индерҙе. Ул Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән сараларҙа, һәр төрлө комиссияларҙа әүҙем эшләй. Үҙенең хеҙмәттәре менән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында даими сығыш яһап, хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлаша.

Гөлназ Ханова.

Заман менән бергә атлаусы
Заман менән бергә атлаусы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас