Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
18 Февраль 2022, 06:28

Һөнәри оҫталыҡта ярыштылар

Балтаста “Йыл педагогы-2022” район конкурсының еңеүселәре тәбрикләнде

Һөнәри оҫталыҡта ярыштыларҺөнәри оҫталыҡта ярыштылар
Һөнәри оҫталыҡта ярыштылар

Балтас районында бер нисә конкурсты үҙ эсенә алған “Йыл педагогы- 2022” район конкурсы үтте. Бәйгелә барлығы 16 педагог ҡатнашты. Һәр уҡытыусы интернет-ресурсын булдырҙы, онлайн форматта асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Бәйгенең аҙаҡҡы көнөндә педагогтар “Түңәрәк өҫтәл” артында осрашып, мәғариф өлкәһенең көнүҙәк проблемалары тураһында һөйләште.
Һөҙөмтәлә, Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Ғаттарова — райондың “Йыл уҡытыусыһы-2022”, Уразай урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Булат Ғәлиханов — “Йәш уҡытыусы-2022”, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Ғизетдинова — “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы-2022”, Яланғас урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльвира Сәлимгәрәева — “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022”, Балалар ижады үҙәге педагогы Илшат Яхин “Өҫтәмә белем биреү педагогы-2022” исемдәренә лайыҡ булды.
Бәйгеселәрҙе район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев тәбрикләне.


Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Һөнәри оҫталыҡта ярыштылар
Һөнәри оҫталыҡта ярыштылар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас