

Ҡыҙҙар икеһе лә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, яҡшы өлгәшә. Улар башҡорт теленән төрлө район конкурстарында, флешмоб, акцияларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Телһөйәр Диана менән Радмиланың портфолиоһында грамоталар һәм дипломдар байтаҡ.
Диана — яуаплы, маҡсатҡа ынтылышлы ҡыҙ. Мәктәптә уға биология, инглиз теле, физика дәрестәре оҡшай. Уҡыуҙан тыш бейеү, программалаштырыу түңәрәктәренә йөрөй. Буш ваҡытында ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Апаһы Регина менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ярата. Ҡыҙҙар әсәләренең ҡулына эш тейҙермәй. Шулай уҡ өләсәй-олатайҙарына йорт, баҡса эштәрендә ярҙам итәләр.
Радмилаға мәктәп фәндәренән информатика, башҡорт теле дәрестәре оҡшай. Тырыш, зирәк ҡыҙ бейеү, шахмат, программалаштырыу түңәрәктәренә йөрөй. Радмила әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы: өй эштәре, ҡустыларына күҙ-ҡолаҡ булыу уның елкәһендә. Ул үҙенең шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына. Әсәһе менән эҙләнеү эше яҙа башлағандар.
Күптәргә өлгө булырлыҡ телһөйәр, илһөйәр ҡыҙҙар — мәктәп ғорурлығы. Алдағы уҡыуҙарында уңыштар юлдаш булһын!
Лилиә ХӘСӘНОВА.