

Бөтә донъя балалар көнө уңайынан Ҡышлауйылға мәктәбендә һәр класта фәһемле саралар ойошторалар. Уҡытыусылар уҡыусыларға һәр бала бәхеткә, үҙенә ҡарата матур мөнәсәбәткә, яҡлауға, һаҡлауға хоҡуҡлы булыуын аңлатып, сығыш яһай. Бергәләп видеороликтар ҡарайҙар һәм әңгәмә үткәрәләр.
Әйткәндәй, 1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан «Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция» ҡабул ителә.
Был документ буйынса һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм балиғ булмағандар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу төп мәсьәлә булып тора. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙың белем, медицина ярҙамы алыуын, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген хәстәрләү, йәмғиәттең насар йоғонтоһонан һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар ғаиләлә тәрбиәләнергә хоҡуҡлы.
Наилә Имаева.