

Әлеге ваҡытта өләсәйем Зәйтүнә Абрарова яҡлап нәҫел шәжәрәбеҙҙе төҙөү менән мәшғүлбеҙ. Ғәйнетдин бабайыбыҙҙың шәжәрәһе күп тармаҡлы, унда йөҙләгән исем бар. Һәр исем артында — кеше яҙмышы. Мәғлүмәт йыйған һайын ғорурлығыбыҙ арта. Йәш быуындың бер вәкиле, Ғәйнетдин бабайыбыҙҙың Солтанйәр исемле улының нәҫел тармағын дауам итеүсе Айдар Ғүмәров тураһында һүҙем.
Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылында йәшәүсе Рида һәм Фларит Ғүмәровтарҙың берҙән-бер улы ул. Мәктәп йылдарынан әүҙем егет төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа ҡатнашты. Кес кенә сағында яҡташы Батырша образын тыуҙырҙы сәхнәлә. Башҡорт дәүләт университетында бакалавриат программаһын үҙләштергәс, Санкт-Петербург дәүләт университетында география фәне буйынса магистратурала уҡыны. Бөгөн ул ошо уҡыу йорто аспиранты. Ер, картография һәм геоинформатика, экология мәсьәләләре өҫтөндә өйрәнеү, тикшеренеү эштәре алып бара Айдар Фларит улы.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.