Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
16 Ноябрь 2021, 06:52

Эҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөй

Борай 2-се гимназияһы өлкән класс уҡыусылары ҡыҙыҡлы һәм фәһемле проектар өҫтөндә эшләй

Эҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөйЭҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөй
Эҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөй

Борай 2-се гимназияһында Башҡортостан Республикаһының муниципаль мәғариф учреждениелары уҡыусылары инициативаларына нигеҙләнгән инициатив бюджетлаштырыу проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә өлкән класс уҡыусылары ҡыҙыҡлы һәм фәһемле проектар өҫтөндә эшләй. Уҡыусыларҙың ижади эше тураһында  гимназия уҡытыусыһы  Әнисә Мортазина һөйләне:

  • “МультиЛаб” тәбиғи-фәнни мәғлүмәтлелек күп функциялы кабинеты авторҙары 9А һәм 10В класы уҡыусылары — Ирина Шәғәлиева, Рафаэль Рәимов, Марат Яппаров һәм Даниил Исламов. Проекттың маҡсаты — дәрестән тыш тикшеренеү эшмәкәрлеге үҙәге төҙөү. Балалар унда тәбиғи фәндәр буйынса үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашыра ала. Улар үҙҙәре проект өҫтөндә әүҙем эшләргә тейеш, ә уҡытыусылар уларҙы юғары һөҙөмтәләргә ирешергә дәртләндерә һәм ярҙам итә.

9А класы уҡыусылары Илназ Әхмәтшин, Данил Зарипов, Элина Зиннурова, Азалия Латипова — “МЕДИА.ЛАБ” гимназия ТВ-һы авторҙары. Улар мәктәптә дәрестән тыш ваҡытта балаларҙың мәшғүллек, уларҙы яҡлау һәм үҫтереү үҙәген төҙөүҙе, насар өлгәшкән уҡыусыларға ярҙам итеүҙе, айырым иғтибар талап иткәндәрҙе тәртип боҙоуҙан киҫәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Был проект мәктәп медиаүҙәге эшендә ҡатнашыу аша балаларҙы мәғлүмәти хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау, уға ҡаршы тороу, һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү  бурысын ҡуя.

“ASTRO.Club” проекты авторҙары — 10Б класы уҡыусылары Ильяс Әхмәтшин, Элина Зарипова, Эльвина Нурғәлиева, Миләүшә Хәмзина. Уҡыусыларға ғаләмде өйрәнеүсе астрономия фәне, уға бәйле һөнәр эйәләре һәм космос тураһында белемдәр биреү был проекттың маҡсаты булып тора. Ошо проект аша балаларҙа астрономияға ҡыҙыҡһыныу уяна, Ҡояш системаһы , планеталар, астероидтар, кометалар, метеориттар, йондоҙҙар тураһындағы  белемдәре арта, практик эш ваҡытында  ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, күҙәтеүсәнлек, ижади ҡараш, үҙаллылыҡ, һүҙ байлығы, космосты яулап алыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән Циолковский, Королев, Гагарин кеүек күренекле ватандаштарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләнә.

Уҡыусыларҙың рухи-әхлаҡи үҫеше, белем алыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсаты ҡуйылған  “MusicHall” проекты өҫтөндә 10 А класы уҡыусылары Алһыу Нуртдинова, Эльвира Сәйетғәлиева, Динә Ғабдуллина, Әминә Әхмәтдинова, Элина Зәйдуллина эшләне. Кабинет дәрестә һәм дәрестән тыш эштә һөҙөмтәле алымдарҙы, уҡыу йыһаздарын нәтижәле ҡулланыуға,  уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, санитар нормалар һәм ҡағиҙәләр талаптарын үтәүгә булышлыҡ итергә тейеш.

“IT-Китапхана” авторҙары — Хәйҙәр Хажиев, Булат Хәсәнов, Денис Тимерғәлиев һәм Вадим Тажетдинов. Китап уҡыусыларҙы юғары дәрәжәлә хеҙмәтләндереүҙе тәьмин иткән киләсәк китапханаһын проектлау, заман талаптарына ярашлы уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм яңы технологиялар индереү талап итеп ҡуйыла. Был проект гимназияның мәғлүмәти-китапхана үҙәге эшмәкәрлеген норматив, методик яҡтан тәьмин итеүҙе, матди-техник базаһын модернизациялауҙы күҙаллай.

Белем усағында ошо проекттар инициаторҙары ҡатнашлығында уҡыусылар йыйылышы үтте. Авторҙар  5-се-11-се кластар алдында проекттар тураһында һөйләп, ентекле мәғлүмәт бирҙе. Аҙаҡ дөйөм гимназия буйынса тауыш биреү үткәрелеп, уҡыусылар советы ағзалары йомғаҡ яһаны. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә тәҡдим ителгән  проекттар буйынса рейтинг төҙөлдө:  “MusicHall”  — 57, “МЕДИА.ЛАБ” — 61, “ASTRO.Club” — 63, “IT-Китапхана” — 64 һәм “МультиЛаб” проекты 79 тауыш йыйҙы. Шулай итеп, тауыш биреүҙә һуңғы проект еңеүсе тип танылды.

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Эҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөй
Эҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөй
Эҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөй
Эҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөй
Эҙләнеүсән, тырыш уҡыусылар яңы проекттар төҙөй
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас