Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Октябрь 2021, 17:22

Көҙгө каникул ысынлап күсереләме?

Социаль селтәрҙәрҙә ошо турала һүҙ күп.

Көҙгө каникул ысынлап күсереләме?
Көҙгө каникул ысынлап күсереләме?

Социаль селтәрҙәрҙә көҙгө каникулды күсереү тураһында хәбәр тараталар. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, был мәғлүмәт дөрөҫ түгел, каникул календарь уҡыу графигы буйынса планлаштырылған.

Республикалағы мәктәптәрҙең күпселегендә эш сирекләп ойошторола. Улар йыл һайын санитария нормаларын һәм ҡағиҙәләрен иҫәпкә алып төҙөлгән “Уҡытыусыға тәҡдим ителгән календарь” нигеҙендә эш итә. Уҡыу ваҡытының һәм каникулдың оҙайлылығы мәктәптең йыллыҡ календарь уҡыу графигында сағыла.

Көҙгө каникул мәктәптәрҙең күбеһендә 29 октябрҙән башлана һәм ете көн дауам итә. Триместрҙар/семестрҙар тәртибендә эшләгән мәктәптәргә был ҡағиҙә ҡағылмай. Уларҙа каникулдың срогы башҡа ерҙәгенән айырыла.

Фото: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/401442/

Сығанаҡ: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/401442/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Көҙгө каникул ысынлап күсереләме?
Көҙгө каникул ысынлап күсереләме?
Автор:
Читайте нас: