Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Октябрь 2021, 14:35

Тормошобоҙ биҙәге – балалар

Яңы Йәнсәйет балалар баҡсаһына йөрөүселәр саф һауала уйнарға ярата.

Тормошобоҙ  биҙәге – балалар
Тормошобоҙ биҙәге – балалар

 

 

Баҡсаның тирә-яғы йәшел сирәм, спорт майҙансығында балаларҙы сыныҡтырыу өсөн ҡоролмалар, бәләкәстәргә уйнарға ҡом йәшниге лә бар.

Бында Рәйлә Ғәлләмова тәрбиәсе булып эшләй. Уның етәкселегендә баҡсала байрамдар, төрло саралар йыш уҙа. Күптән түгел Көҙ байрамы ҙур әҙерлек менән үтҡән. Балалар егәрле, уларҙың һәр ҡайһы ниндәйҙер һәләткә эйә.

Бүлмәләрҙең яҡтылығы, бөхтәлеге тәрбиәсе ярҙамсыһы Ғәлиә Усманованың тырышлығына бәйле. Балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып Гөлназ Ғиззарова эшләй. Ул бешергән аштарҙы, ҡамыр ризыҡтарын бәләкәстәр бик яратып ашай.

Тәрбиәселәр атай-әсәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә, берҙәм эшләй. Балалары ышаныслы ҡулдарҙа, шуға ла ата-әсәләрҙең күңелдәре тыныс.

Люция Карамова.

Читайте нас: