Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2021, 08:30

Талапсан етәксе, телһөйәр уҡытыусы

Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова Ҡараяр урта мәктәбендә башҡорт теле серҙәренә төшөндөрә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй.

Талапсан етәксе, телһөйәр  уҡытыусы
Талапсан етәксе, телһөйәр уҡытыусы

 

Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова —27 йыл хеҙмәт стажы туплаған юғары категориялы педагог. Ул Ҡараяр урта белем биреү мәктәбендә башҡорт теле дәрестәрен алып бара.

Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Ҡариҙел районы Абдулла ауылында тыуған. Урындағы  мәктәптә белем алғас, 1994 йылда БДПИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ҡараяр мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Ул 2012 йылда БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менен бүләкләнгән. Ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2015” конкурсының “Минең педагогик инициативам” номинацияһында еңеүсе булды.

Эштән тәм, йәм табып, дәртләнеп, сәмле тормош менән йәшәгән Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы оҙак йылдар мәктәп директоры вазифаһын үтәне, бөгөнгө көндә ул – Ҡараяр ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы. Был ханым ҡайҙа ла үҙен һынатмай, ихлас күңелдән тыуған төйәгендә халҡына хеҙмәт итә. Ауырлыҡтарға һис бирешмәй, уҡыусыларының, хеҙмәттәштәрен, хөрмәтен яулап башҡорт телен уҡытыуын да дауам итә.

Ире Рәүеф менән матур яңы өйҙә йәшәйҙәр, ҡыҙҙары Алһыу, Ләйсән, улдары Рөстәмде тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Люция Карамова.

Талапсан етәксе, телһөйәр  уҡытыусы
Талапсан етәксе, телһөйәр уҡытыусы
Читайте нас: