Бөгөн Урмияҙ урта мәктәбендә 2-се класс уҡыусылары өсөн уҡытыусы апайҙары Фларида Ҡыяметдин ҡыҙы “Хуш, алтын көҙ!” тигән бик матур һәм күңелле байрам ойоштороп үткәрә.
Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн, был сағыу сараны ата-әсәләргә онлайн ҡарау мөмкинлеге бирәләр.
Байрам барыһының күңеленә лә хуш килә. Ата-әсәләр балаларының сығыштарын ҡарап, ҡыуана һәм байрамды ойоштороп үткәреүсе Фларида Ҡыяметдин ҡыҙына ҙур рәхмәттәрен еткерә.
Наилә Имаева.