Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2021, 15:45

Уҡытыусы – иң хөрмәтле һөнәр!

Һеҙ – йәш быуынды тәрбиәләйһегеҙ, һеҙ – илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр әҙерләйһегеҙ. Барыһы өсөн дә уҡытыусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Уҡытыусы – иң хөрмәтле һөнәр!
Уҡытыусы – иң хөрмәтле һөнәр!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнөндә Колонна залында бер төркөм уҡытыусыларға дәүләт наградаларын һәм республикабыҙҙың ауыл мәктәптәрендә эшләүсе йәш педагогтарға (грант отҡан конкурс еңеүселәре) бүләктәр тапшырҙы.

– Уҡытыусы – иң ауыр, шул уҡ ваҡытта иң хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе, – тине Радий Фәрит улы. – Һеҙ – йәш быуынды тәрбиәләйһегеҙ, һеҙ – илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр әҙерләйһегеҙ. Барыһы өсөн дә уҡытыусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, мәғариф тармағы – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Әле ҡыҙҙар һәм малайҙар заманса белем усаҡтарында уҡый икән, быларҙың барыһы ла мәғарифҡа ҙур иғтибар һөҙөмтәһе.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен ун уҡытыусы алды, ә грант ауыл мәктәбендә эшләүсе ҡырҡ уҡытыусыға бирелде.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы гимназияһының химия уҡытыусыһы Гүзәл Ардуанова һөйләүенсә, балаларҙың теүәл фәндәргә ынтылышын күреү – шатлыҡлы. Йыл да бер нисә сығарылыш уҡыусыһы юғары уҡыу йорттарының химия факультетына уҡырға инә.

Күгәрсен районы Мораҡ ауылы 1-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Инна Байғөбәкованың һүҙҙәренә ҡарағанда, сит телдәрҙе тәрән өйрәнгән уҡыусыларҙың барыһы ла тормошта үҙ урындарын тапҡан.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас: