Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2021, 08:30

50 уҡытыусыға – 50 мең һум!

"Һеҙ илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр әҙерләйһегеҙ", – тине Айбулат Вәкил улы.

50 уҡытыусыға – 50 мең һум!
50 уҡытыусыға – 50 мең һум!

Уҡытыусы көнө алдынан Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында мөғәллимдәр өсөн ҙур байрам ойошторолдо.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы Ҡарарына ярашлы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан дөйөм белем биреү һәм дәүләт профессиональ белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары араһында аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә иткән республика конкурсы үткәрелгәйне. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе көслө булыу сәбәпле, сара дистанция рәүешендә уҙҙы.

Шулай итеп, конкурс йомғаҡтары буйынса, һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм Башҡортостанда мәғариф үҫешенә өлөш индергәне өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһына 50-әр мең һум күләмендә премия тапшырылды.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин педагогтарҙы байрам айҡанлы ҡотланы, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләне.

– Һеҙ илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр әҙерләйһегеҙ, – тине Айбулат Вәкил улы.

Иң-иңдәр араһында Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Бикбаеваны күреү ҡыуаныслы булды. Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы әйтеүенсә, республика етәкселеге уҡытыусыларҙың хеҙмәтен тейешле баһалай һәм дәртләндереү сараһын күрә.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: