Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Октябрь 2021, 08:45

Һөнәр һайлау – яуаплы эш

Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжы вәкилдәре Ҡышлауйылға мәктәбендә уҡыусылар менән осрашты.  

Һөнәр һайлау – яуаплы эш
Һөнәр һайлау – яуаплы эш

 

«Һуңғы йылдарҙа Рәсәй хеҙмәт баҙарында шундай күренеш күҙгә сағыла: бер яҡтан, сәнәғәттә эшселәр етешмәй, икенсе яҡтан, юғары белемле йәш белгестәрҙең 16% -ы эшһеҙ. Белгестәр быны йәштәрҙең дөрөҫ һөнәр һайламауынан килә тип аңлата. Шуға ла беҙҙең бурысыбыҙ – уҡыусыларға бөгөнгө көндә талап ителгән һөнәрҙәр һайларға ярҙам итеү, уларға һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биреү һәм һөнәр һайлауҙың яуаплы эш икәнен аңлатыу; уҡыусыларҙа төрлө һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт эҙләүҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу; хеҙмәткә ыңғай ҡараш, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү. Нәҡ ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн беҙҙең Ҡышлауйылға мәктәбенә Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжы уҡытыусылары килде.Улар юғары класс уҡыусылары менән осрашты, үҙҙәренең колледжында ниндәй һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.

Шулай уҡ “Йән һөнәрмәндәр” (wordSkills )конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән 9-сы класс уҡыусыһы Илназ Закировҡа ярҙам итергә килештеләр”, - тип хәбәр итте Ҡышлауйылға мәктәбе директоры урынбаҫары Наилә Хәлфәт ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

 

 

Һөнәр һайлау – яуаплы эш
Һөнәр һайлау – яуаплы эш
Һөнәр һайлау – яуаплы эш
Читайте нас: