Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Сентябрь 2021, 20:05

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Асҡын 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина "Башҡортостан" гәзите "Бәйләнештә" төркөмөндә Уҡытыусылар көнө айҡанлы иғлан иткән бәйгелә республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре менән бер рәттән “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә. Тамсыларҙан күл йыйыла, ти халҡыбыҙ. Әйҙәгеҙ, кемдәр әлегә тауыш биреп өлгөрмәгән, райондашыбыҙ өсөн тауыш бирәйек! Был эшкә туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы ла йәлеп итһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы булыр!

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!


Мин Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында 1977 йылдың 25 февралендә донъяға килгәнмен, – тип үҙе менән таныштыра 25 йыл педагогик стажы булған Дилбәр Зөфәр ҡыҙы. – Әле Асҡын районы Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам.

Дилбәр Заһиҙуллинаның тормош девизы – уҡытыусы иң беренсе һәр йәһәттән дә үҙе өлгө булырға тейеш!

Мәсәғүт педагогия училищеһында белем эстәнем, тәүге эш урыным – Урмияҙ ауылы мәктәбе, – ти Дилбәр Зөфәр ҡыҙы. – Тормош иптәшем Шамил менән Диана исемле ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Ғәзиз балабыҙ әле Пермь дәүләт медицина университетының 5 курс студенты.

Фото: Дилбәр Заһиҙуллина.

 https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6152bd87a384..

Автор:Илдар Акьюлов

 

Читайте нас: