Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2021, 09:40

Үҙе лә ҡояш һымаҡ

Ҡариҙел 2-се балалар баҡсаһында  эшләүсе  Алина Нәсибуллина кескәйҙәргә йөрәк йылыһын тигеҙ өләшә.  

Үҙе лә ҡояш һымаҡ
Үҙе лә ҡояш һымаҡ

 

Уҡытыусы-логопед Алина Нәсибуллина – үҙ эшенең оҫтаһы.

 2014 йылда БДУның Бөрө филиалын тамамлап, йәш, дәртле, позитив Алина Нияз ҡыҙы Ҡариҙел ауылындағы 2-се балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Йәш белгес һайлаған һөнәренә үҙен тулыһынса бағышлай. Алина Нияз ҡыҙы үҙенең практикаһы тураһында һөйләп, район семинарҙарында, төрлө дәрәжә һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. 2020 йылда ул «Иң яҡшы инклюзив белем биреү педагогы-2021» төбәк конкурсында район данын уңышлы яҡланы, икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Алина Нияз ҡыҙы Нәсибуллинаны тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Люция Карамова.

Үҙе лә ҡояш һымаҡ
Үҙе лә ҡояш һымаҡ
Читайте нас: