Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Сентябрь 2021, 16:28

Мәктәптә туҡланыу сифатлы булһын өсөн

Быйыл да быға өлгәшеү өсөн тырышасаҡтар. 

Мәктәптә туҡланыу сифатлы булһын өсөн
Мәктәптә туҡланыу сифатлы булһын өсөн

Белем биреү учреждениеларында яңы уҡыу йылы, уның менән бергә мәктәптә туҡланыуы осоро ла башланды. Был тема даими рәүештә Хөкүмәт кәңәшмәһендә күтәрелә һәм айырым иғтибар үҙәгендә тора. Бөгөн дә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев ҙур доклад менән сығыш яһаны.

Министр белдереүенсә, мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса булған барлыҡ иҫкәрмәләр һәм ялыуҙар урынға сығып, ентекләп тикшерелгән, уларҙың сәбәптәре асыҡланған һәм етешһеҙлектәр юҡҡа сығарылған.

Былтыр, билдәле булыуынса, был тәңгәлдә бер ни тиклем проблемалар булды. Алексей Гусев уларҙың сәбптәрен аңлатты.

– Етди һәм киң таралған етешһеҙлектең береһе мотлаҡ ярымфабрикаттар эшләү өсөн тәғәйенләнгән сеймалды әҙер була яҙған аҙыҡ-түлек блогында файҙаланыу ине. Былай булырға тейеш түгел, ул санитар ҡануниәткә ҡаршы бара, – тине министр.

Ата-әсәләрҙең мәктәп менюһына ҡарата ла иҫкәрмәләре булыуын иҫәптә тотоп, технологтар, табип-диетологтар һәм табип-гигиенистар яңы меню әҙерләне, уны мәктәптең ата-әсәләр комитеты тикшерҙе. Уны раҫлағандан һуң, тәүҙә Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, аҙаҡ Роспотребнадзор идаралығының ыңғай ҡарары алынған.

Былтырҙан алып балалар туҡланыуын ойошторған саҡта уларҙың сәләмәтлеге тураһында мәғлүмәттәр ҙә иҫәпкә алына. Мәҫәлән, шәкәр диабеты, фенилкетонурия менән сирләгән балалар өсөн айырым меню эшләнгән. Бында был сирҙәрҙе яҡшы белгән махсус белгестәр ҡатнашҡан.

– Быйыл да беҙ мәктәптә уҡыусылар туҡланыуын ойоштороуҙы мөмкин булғанса асыҡ итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Элеккесә, көн һайын мәктәп сайтында рацион, меню фотолары баҫыласаҡ, бешереүҙә файҙаланылған аҙыҡ-түлек тураһында мәғлүмәт биреләсәк, – тине Алексей Гусев. – Тулы кимәлдә ГИС системаһындағы “Башҡортостанда берҙәм белем биреү мөхите” программаһы эшләй башлаясаҡ, унда ата-әсәләр шәхси кабинет аша туҡланыу сифатын контролдә тота аласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башланғыс класс уҡыусылары һәм ташламалары булған категориялар мәктәптә бушлай туҡлана.

Министр белдереүенсә, 2 сентябрҙән туҡланыу сифатын баһалау өсөн мәктәптәргә барыу графигы тергеҙелгән. Граждандарҙың барлыҡ мөрәжәғәттәре, шул иҫәптән социаль селтәрҙәгеһе лә оператив рәүештә тикшереләсәк.

Фото: newsbash.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Мәктәптә туҡланыу сифатлы булһын өсөн
Мәктәптә туҡланыу сифатлы булһын өсөн
Автор:
Читайте нас: