

«Үҫеш нөктәһе» — 2019 йылда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан булдырылган уникаль проект. Уның сиктәрендә ауыл ерҙәрендә һәм ҙур булмаған ҡалаларҙағы уҡыу йорттарында тәбиғи-фәнни, техник, гуманитар һәм һанлы профилдәге белем биреү үҙәктәре булдырыла. Проекттың төп маҡсаты – йәшәү урынына ҡарамаҫтан, бөтә уҡыусыларға ла сифатлы белем алыуға тигеҙ хоҡуҡ биреү.
Быйылғы яңы уҡыу йылында Байҡы, Әртәкүл, Урғыш һәм Байҡыбаш мәктәптәрендә ошондай үҙәктәр эшләй башлаясаҡ. «Үҫеш нөктәһе» мәктәптәрҙә уҡыу сифатын күтәреү өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға, тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге уҡыу предметтарын, өҫтәмә белем алыу программаларын үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен киңәйтеүгә, шулай уҡ физика, химия, биология буйынса уҡыу материалдарын практик эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, «Үҫеш нөктәһе» уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәрҙең проект һәм ижади эшмәкәрлектәре өсөн йәмәғәт майҙансығы итеп тә файҙаланылырға мөмкин.
Барлыҡ белем биреү үҙәктәре яңы юғары технологик йыһаздар менән тулыландырылған. Улар мәктәп уҡыусыларына һанлы предметтарҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Был бик мөһим, сөнки хәҙерге заман йәмғиәтендәге хеҙмәт баҙарында белемле белгестәр талап ителә. Хәҙерге ваҡытта «Үҫеш нөктәһе» асыласаҡ мәктәптәрҙәге кабинеттарҙа ремонт эштәре бара, яңы йыһаздар ҡайтарыла.
— Заманса мәктәп проекты сиктәрендә беҙ химик реактивтар алдыҡ. Был уҡыусыларыбыҙға тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнергә һәм дәрестә алған белемдәрен нығытырға мөмкинселек бирәсәк, — тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Урғыш урта мәктәбе директоры Илдус Мусин.
Ысынлап та, бындай проекттар уҡыусылар сифатлы белем алһын һәм киләсәктә хеҙмәт баҙарында талап ителгән белгес булһын өсөн бик кәрәк.
Люция КАРАМОВА.