

Башҡортостанда 1 сентябрҙән башланғыс класс уҡыусылары һәм льготалы категорияға ингән балалар туҡланыуын финанслау күләмен республика бюджеты иҫәбенә арттырыу көтөлә.
Ҡарар Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә ҡабул ителде.
– Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 1 – 4 класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыуҙы ойоштороу йәһәтенән ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан да ситтә ҡалманы, федераль субсидия алды, – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. – Бөгөн мәктәп рациондарын санитар талаптарға ярашлы итеү маҡсатында туҡланыу хаҡын яңынан ҡарарға хәл иттек.
Уҡыусыларҙың туҡланыу рационы санитар закон талаптарына яуап бирергә тейеш, нисә тапҡыр ашатыуға ҡарап, аҙыҡ ҡиммәтен бүлеү, уҡыусыларҙың йәшенә ҡарап, блюдоларҙың күләмен билдәләү аныҡ үтәләсәк.
– Ата-әсәләр өсөн туҡланыуға түләүҙәр үҙгәрмәй. Кәңәшмәләге фекер алышыу республика бюджетына ҡағыла. Өҫтәмә средстволар бүленәсәк. Уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуға байтаҡ аҡса һалына. Башланғыс кластар һәм урта звеноның льготалы категорияһы өсөн дә, – тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Быйыл республика бюджетынан йүнәлтелгән өҫтәмә средстволар күләме 13 миллион һумдан ашыу буласаҡ, ә киләсәктә 35 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан