Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
1 Сентябрь 2021, 05:04

Беренсе тапҡыр 1-се класҡа!

Район үҙәге мәктәптәрендә балалар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә 74 бала өс 1-се класҡа тупланһа, 2-се мәктәпкә 35 ҡыҙ һәм 32 малай 1-се класҡа уҡырға инә. Улар араһында игеҙәктәр Азалия менән Эльмир Нурисламовтар ҙа бар.

Беренсе тапҡыр 1-се класҡа!Беренсе тапҡыр 1-се класҡа!
Беренсе тапҡыр 1-се класҡа!

Миләүшә һәм Илгиз Нурисламовтар 2005 йылда ғаилә ҡорған. Өлкән улдары Данил 9-сы класты тамамлаған. Азалия менән Эльмир (һүрәттә) әлегә тиклем “Буратино” балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән. Әсәйҙәре Миләүшә лә ошо баҡсала тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Илгиз иһә өй йыһаздары йыя, ремонтлай. Оҫтаның ҡулдары һис кенә лә тик тормай.
Тырыш ғаиләлә тәрбиәләнгән игеҙ балалар мәктәпкә әҙер: хәрефтәрҙе өйрәнгәндәр, ижекләп уҡыйҙар, һанай беләләр, яңы күлдәк, яңы костюм кейеп, арҡаларына сумка аҫып, белем иленә аяҡ баҫыу көнөн тулҡынланып көтәләр. Атай-әсәйҙәре балаларҙың яҡшы билдәләргә генә уҡыуына, тәртипле уҡыусылар булыуына өмөт бағлай.

 

Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Беренсе тапҡыр 1-се класҡа!
Беренсе тапҡыр 1-се класҡа!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас