Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
1 Сентябрь 2021, 06:35

Башҡорт телендә иркен аралаш!

Башҡортостан мәктәптәре “Ҡанатлан” тигән уникаль проектҡа ҡушылырға тейеш.

Башҡорт телендә иркен аралаш!Башҡорт телендә иркен аралаш!
Башҡорт телендә иркен аралаш!

 

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында былай тине:

– Башҡортостанда “Ҡанатлан” тигән уникаль проект эшләй. Уның маҡсаты – балаларҙа конкуренцияға һәләтлелекте арттырыу. Проектҡа тәүҙә – 63, һуңынан 172 белем биреү учреждениеһы ҡушылды. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә 2021/2022 уҡыу йылында бөтә белем усаҡтары ла “Ҡанатлан”ға ҡушылһын тигән бурыс еткерелде.

Айбулат Вәкил улы белдереүенсә, “Ҡанатлан” проекты иң беренсе уҡыусыларҙың һаулығын хәстәрләй, бынан тыш, ҡыҙ һәм егеттәрҙе һәр йәһәттән дә үҫешкә әйҙәй. Етмәһә, физик һәм интеллектуаль үҫеште күҙ уңында тота. “Ҡанатлан” проекты сиктәрендә белем усаҡтарында 68 стоматология кабинеты ла асылған.

– “Ҡанатлан” – ул телдәрҙе өйрәнеү төркөмө, телдәрҙе өйрәнеү модуле, – тине министр. – Мәҫәлән, “Башҡортса иркен һөйләш!” йәки “Инглизсә иркен аралаш!” тип аталған модулдәр бар.

 

Фото:  ufa.bezformata.com  

Автор:Илдар Акьюлов
Башҡорт телендә иркен аралаш!
Башҡорт телендә иркен аралаш!
Автор:
Читайте нас