Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2021, 16:15

Башҡорт теле серҙәрен аса

Йәш уҡытыусы Айһылыу Күшәгәнова эшләгән Бөрө районы Иҫке Бурнов мәктәбендә бар 113 бала ла башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә: 1-се кластар дәрестән һуң, ә 2-се кластан 9-сы класҡа тиклем дәрестәрҙә.

Башҡорт теле серҙәрен аса
Башҡорт теле серҙәрен аса

Айһылыу Күшәгәнова БДУ-ның Бөрө филиалын тамамлаған, сығышы менән Учалы яғынан, кейәүгә сығып беҙҙең яҡта ҡалған. Һөнәре буйынса ул биолог, белемен камиллаштырып бына өсөнсө йыл инде башҡорт телен уҡыта һәм шулай уҡ экология түңәрәген алып бара. Телгә һөйөү мәктәп йылдарында уҡ тыуа. Ул башҡорт лицейында уҡый һәм бөгөн уҡыусыларына тел серҙәрен аса.
— Атай-әсәйем — башҡорттар, ғаиләлә башҡорт һәм рус телдәрендә аралаштыҡ, — тип һөйләй Айһылыу. — Һәр ваҡыт уҡытыусы булырға хыялландым. Минең өсөн ике туған апайым өлгө ине. Беҙ — интернациональ ғаилә. Тормош иптәшем милләте буйынса ҡаҙаҡ. Беҙ уның менән ике ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ: Алияға — туғыҙ, Айданаға ете йәш. Улар менән йыш ҡына башҡортса һөйләшәм.
Йәш уҡытыусы балаларҙы республикабыҙ тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыра, тел нескәлектәрен өйрәтә. 1-се класта уҡыусыларға мәғлүмәтте уйын формаһында бирә. Балалар әкиәттәр һәм шиғырҙар менән таныша, йәнһүрәттәр һәм документаль фильмдар ҡарай, йырҙар йырлай. 2-се кластар менән еңелерәк — улар яңы темаға әҙерлек менән килә.
— Башҡорт теле — беҙҙең тыуған яҡ теле. Барлыҡ балалар ҙа бер кимәлдә, кемдеңдер һәләте бар, кемдекелер юҡ. Телде өйрәнеү буйынса ата-әсәләр яғынан да, балалар яғынан да ҡаршылыҡтар һиҙелмәй. Уҡыусылар башҡорт халыҡ традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклорын, географик атамаларын теләп өйрәнә, — тип аңлата уҡытыусы.
Әлбиттә, уҡыу планы буйынса аҙнаһына бер генә сәғәт башҡорт теле аҙ. Ә китап ике сәғәткә иҫәпләнгән. Ләкин Айһылыу Күшәгәнова дәресте тулы кимәлдә йөкмәткеле итергә тырыша. Быйылғы август кәңәшмәһендә туған телдәрҙе өйрәнгәндә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Ул ирекле булырға тейеш, хәл башлыса ата-әсәләр менән нисек эшләүҙән тора.
— Республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социо-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов фекере менән тулыһынса килешәм. Һәр телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты — уны ғаиләлә һаҡлау, милләтебеҙ байлығын һаҡлап ҡалыу, — ти уҡытыусы.
Шулай уҡ кәңәшмәлә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын һанлаштыра башлау мәсьәләһе тәҡдим ителде. Телмәр өлгөләре, әкиәттәр, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр программасылар тарафынан эшкәртелә, һәм шул нигеҙҙә электрон белем биреү программаһы төҙөлә. Был әҙәби норманы ғына түгел, ғаиләң, туғандарың һөйләшкән телде өйрәнеү мөмкинселеге бирә. Был проектты ата-әсәләр ҡатнашлығында ғына тормошҡа ашырырға мөмкин.
Йәш уҡытыусы кәңәшмә тәҡдимдәренә ҡолаҡ һала һәм балалар менән эшләгәндә “Башархив” интернет-ресурсына ҙур иғтибар бирергә, балаларҙы беренсе сығанаҡтар менән эшләргә өйрәтергә уйлай.

Ольга Платонова.

Башҡорт теле серҙәрен аса
Башҡорт теле серҙәрен аса
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: