Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Март 2023, 14:20

Еңеүсе билдәләнде!

Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан төркөмөбөҙҙә  иғлан ителгән  “Ҡатын-ҡыҙ – милләт ҡото, тел һаҡсыһы” тигән конкурстың еңеүсеһе асыҡланды.  

Еңеүсе  билдәләнде!
Еңеүсе билдәләнде!

  8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, шулай уҡ  Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан ителеп, бик әүҙем барған  “Ҡатын-ҡыҙ – милләт ҡото, тел һаҡсыһы” конкурсында  “Йәнтөйәк” гәзите таралған Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондарынан йөрәге халҡым, илем, телем тип янған, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән, йәш быуынды мәҙәни ҡиммәттәргә ылыҡтырған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән  әүҙем, рухлы башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты.
Һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, әммә бәйгенең   үҙ ҡағиҙәләре. Шулай итеп, бөгөн иң күп тауыш йыйған  шәхес асыҡланды. Ул  — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова!

Икенсе урында  —  Бөрөнән Ирина Ҡәнзәфәрова   - 670 тауыш,

Өсөнсө урында — Асҡындан Вилена Фәтхетдинова -  513 тауыш,

Дүртенсе урында —  Борайҙан Альмира Хәмиҙуллина  - 465 тауыш,

Бишенсе урында — Ҡариҙелдән Зилиә Ғиндуллина - 286 тауыш,

Алтынсы урында —  Мишкәнән Әнисә Закирова  -  109 тауыш.

Еңеүсебеҙҙе  ихлас ҡотлайбыҙ! Конкурс шарттары буйынса, уға аҡсалата бүләк һәм   баҫмабыҙҙың  дипломы тапшырыла. Шулай уҡ ул бәйгенең республика  турында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.  Республика  турында еңеүсене асыҡлау “Беҙҙең Башҡортостан” төркөмөндә 27 марттан 24 апрелгә тиклем барасаҡ.

Конкурста ҡатнашҡан һәр уҡытыусыға, уларҙы дәртләндереп, алға сығарырға тырышып дәррәү тауыш биргән, һоҡланыу һүҙҙәрен йәлләмәгән барлыҡ дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Һәммәгеҙгә лә  именлек, ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар, киләсәктә лә ошолай бер-беребеҙгә йылылыҡ өләшеп, дәртләнеп, сәмләнеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Конкурс һөҙөмтәләрен ошо һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-165290375#poll640069d1b930824f00a18627

 

Еңеүсе  билдәләнде!
Еңеүсе билдәләнде!
Автор:
Читайте нас: