Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Март 2023, 14:00

Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина

өсөн ошо һылтанма буйынса тауыш бирә алаһығыҙ: https://vk.com/club165290375?w=wall-165290375_31793

Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина
Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина

Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина  Ҡариҙел районы  Яңы Бәрҙәш урта мәктәбендә 34 йыл әсә теленән балаларға белем бирә,  туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй.

Уҡыусылары менән төрлө  конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып, һәр саҡ еңеү яулайҙар.

Шундай баҫалҡы ла, талапсан да, тырыш та уҡытыусының фәнен сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда һис икеләнеүһеҙ һайлай  һәм уңышлы тапшыра.

Зилиә  Ғиндуллина юғары ҡаҙаныштары өсөн БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. 2012 йылда “Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була. Шулай уҡ өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында еңеп сыға.

Гөлнара Солтанова.

Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина
Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина
Автор:
Читайте нас: