Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова Асҡын 2-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — уҡыусыларҙы туған тел серҙәренә төшөндөрөү, уларҙы әҙәби телдә матур итеп һөйләргә өйрәтеү, ижади һәләттәрен үҫтереү, телһөйәр, илһөйәр шәхес итеп тәрбиәләү. Уҡыусылары район һәм республика конкурстарында, олимпиадаларында ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшә. Алина Насртдинова, Лениза Әминева башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә, ә Гөлшат Ғәйбәзуллина, Нургизә Рамазанова призлы урын яулай. “Республикамды данлайым “ республика иншалар конкурсында ла уҡыусылары һәр саҡ призер була.