Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Март 2023, 11:00

Альмира Тимербулат ҡыҙы Хәмиҙуллина

өсөн ошо һылтанма буйынса тауыш бирә алаһығыҙ: https://vk.com/club165290375?w=wall-165290375_31793

Альмира  Тимербулат ҡыҙы Хәмиҙуллина
Альмира Тимербулат ҡыҙы Хәмиҙуллина

Альмира  Тимербулат ҡыҙы Хәмиҙуллина Борай 2-се гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

“Хыялым тормошҡа ашты: мин  –  уҡытыусы. Уйлауымса,  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп бурысы – туған телгә, милли йолаларға хөрмәт тәрбиәләү, уларҙы һаҡлап ҡалыу, ә иң мөһиме –  башҡортса фекер йөрөтөргә, уйларға һәм дөрөҫ, теүәл, саф башҡортса һөйләргә өйрәтеү. Һайлаған һөнәрем миңә биҡ оҡшай. Шуның өҫтәүенә, мин һөйөклө ҡатын, ҡәҙерле әсә. Ике шаян һәм батыр ул үҫтерәбеҙ. Һәр көндө балаларҙың йылмайыулы йөҙҙәрен күреү, уңыштарына шатланыу, улар тормошо менән ҡайнау миңә  дәрт бирә, яңы бейеклектәргә этәрә”, — ти Альмира Тимербулат ҡыҙы.

Гөлназ Ханова.

Альмира  Тимербулат ҡыҙы Хәмиҙуллина
Альмира Тимербулат ҡыҙы Хәмиҙуллина
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: