Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
5 Февраль , 11:00

Музейҙа экскурсияла булдылар

Һәҙиә Дәүләтшина музейында уҡыусылар бай мәғлүмәт  алды.

Музейҙа экскурсияла булдылар
Музейҙа экскурсияла булдылар

 Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалындағы Һәҙиә Дәүләтшина музейында Бөрө районы Иҫке Бурнов урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары Настя Суслова һәм Арина Ноғманова экскурсияла булды.

Улар мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Тәлғәт ҡыҙы Кушегенова етәкселегендә яҙыусының ижады буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре өҫтөндә эшләй.

Аринаны бигерәк тә яҙыусының шәжәрәһе ҡыҙыҡһындыра. "Атайым Рәдиф Ноғманов сығышы буйынса Һамар өлкәһенең Ташбулат-Күстән ауылынан. Өләсәйем дә төҫкә Һәҙиә Дәүләтшинаға оҡшаған булған", - ти ул.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-52431007_782?w=wall-52431007_782

Музейҙа экскурсияла булдылар
Музейҙа экскурсияла булдылар
Музейҙа экскурсияла булдылар
Читайте нас: