Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан

Урмияҙ ауылында байрам саралары үтте.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан

Иртә менән Урмияҙ ауылы халҡы “Еңеү” паркына тантаналы митингка йыйыла. Барыһын да байрам менән Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин, урындағы мәктәп директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова, ауылдың имам-хатибы Ғаяз Хәлим улы Хәлимов, хаҡлы ялдағы мәғариф хеҙмәте ветераны, урында ағнәйҙәр ҡорон етәкләүсе Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә.

Яугир ветерандар иҫтәлегенә төҙөлгән обелискка сәскәләр һалғандан һуң, яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алалар.

Артабан байрам саралары урындағы мәҙәниәт йортонда дауам итә.

Илшат Үзбәк улы һуғыш осоро балаларына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау открыткаларын тапшыра.

Байрамға йыйылыусылар алдында “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары матур концерт программаһы менән сығыш яһай. Тыуған ил, илһөйәрлек, тыныслыҡ, имен тормош тураһында шиғыр һәм йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килә.

Наилә Имаева.

Читайте нас: