Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
7 Ноябрь 2021, 13:00

9-сы тапҡыр йәниҫәптә ҡатнашты

Ҡарткиҫәк ауылында иҫәпкә алыныусыларҙың иң олоһо булған Рәйсә Ағзам ҡыҙы Хужиева 9-сы тапҡыр йәниҫәптә ҡатнашты.

9-сы тапҡыр йәниҫәптә ҡатнашты
9-сы тапҡыр йәниҫәптә ҡатнашты

Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе тыл ветераны Рәйсә Хужиева ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты.
 “Рәйсә Ағзам ҡыҙына 93 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ил-көн яңылыҡтарын белеп тора, хәтере лә яҡшы. Иҫәп алыу  һорауҙарына  ла  теүәл итеп яуап бирҙе. Әйткәндәй, күпте күргән, күпте кисергән ағинәй туғыҙынсы тапҡыр халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты -1937, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 һәм бына ағымдағы 2021 йылда!
Рәйсә Хужиева бөгөн улы Рафинат һәм килене Шәмсүнә тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Тормош иптәше менән дүрт бала үҫтерәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүһенең ғүмере ҡыҫҡа була. Рәйсә Ағзам ҡыҙының бар ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә уҙа”, — ти  халыҡ иҫәбен  алыусы Әнүзә Мөхәмәтзыя ҡыҙы Хужиева. - Ҡарткиҫәк ауылында иң оло иҫәпкә алыныусы Рәйсә Хужиева булһа, иң йәше ете айлыҡ Азалия Артур ҡыҙы Хәйруллина ине».
Наилә Имаева.

9-сы тапҡыр йәниҫәптә ҡатнашты
9-сы тапҡыр йәниҫәптә ҡатнашты
Читайте нас: