Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
5 Ноябрь 2021, 10:20

“Мәғәнәһеҙ бәхәстәрҙе туҡтатығыҙ”

- Иҫәп алыу оҙаҡламай тамамланасаҡ, провокаторҙар тынысланасаҡ. Беҙгә артабан да бергә йәшәргә һәм эшләргә кәрәк.Тулы текст сайтта:#Халыҡиҫәбеналыу  

“Мәғәнәһеҙ бәхәстәрҙе туҡтатығыҙ”
“Мәғәнәһеҙ бәхәстәрҙе туҡтатығыҙ”

Парламентарий иҫәпләүенсә, социаль селтәрҙә милләт-ара ыҙғыш тыуҙырырға маташыу күҙәтелә.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе. Ул ун йылға бер үткәрелә. Беҙ 2030 йылға саҡлы ҡулланыласаҡ мәғлүмәттәр аласаҡбыҙ. Ҡалалар һәм ауылдарҙың үҫеше, иҡтисадҡа инвестиция, милли сәйәсәттәге йүнәлештәр - барыһы ла халыҡ иҫәбен алыуҙағы сифатлы мәғлүмәттәргә бәйле.

Башҡортостан татарҙары конгресының башҡарма комитеты рәйесе Заһир Хәкимов ошондай фекер белдерҙе.

“Беҙ иҫәп алыу буйынса анкеталарҙы тултырыуға яуаплы ҡарарға бурыслыбыҙ. Етди сара тыныс, сифатлы үтергә, унда үҙҙәренә башҡа маҡсаттар ҡуйған көстәрҙең мәғлүмәти провокацияларына ҡарамаҫҡа тейештәр”, – ти ул.

Заһир Хәкимов билдәләүенсә, халыҡ иҫәбен алыуға бәйле селтәрҙә баҫылған мәғлүмәткә анализ шуны күрһәткән: милләт буйынса графала ихтимал булған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында төрлө фекерҙәр бар.

“Был мәсьәләнең айышына төшөнөү өсөн беҙ эш төркөмө ойошторҙоҡ, ул милләткә ҡағылышлы бөтә һорауҙарҙы ҡабул итергә әҙер”, - ти Заһир Хәкимов. Ул раҫлағанса, халыҡ иҫәбен алыуҙа мәшғүл булған хеҙмәткәрҙәр яғынан бер ниндәй боҙоҡлоҡтарға юл ҡуйылмай, фәҡәт интернетта ысынбарлыҡ менән бәйләнеште юғалтҡан, йәки провокация тыуҙырырға ынтылған кешеләр бар.

“Мин бөтә кешеләргә мөрәжәғәт итәм: мәғәнәһеҙ бәхәсте туҡтатығыҙ. Иҫәп алыу оҙаҡламай тамамланасаҡ, провокаторҙар тынысланасаҡ. Беҙгә артабан да бергә йәшәргә һәм эшләргә кәрәк“, – ти Заһир Хәкимов.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/khaly-i-ben-alyu/2021-11-04/m-n-e-b-h-st-r-e-tu-taty-y-2571626?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: