Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
4 Ноябрь 2021, 10:40

Намыҫ ҡушҡан бурыс

Фаил Фәтхетдинов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе. #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Намыҫ ҡушҡан бурыс
Намыҫ ҡушҡан бурыс

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу төрлө милләттәрҙе берләштереүсе сара ла булып тора. “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы”  төбәк ижтимағи ойошмаһы советы рәйесе урынбаҫары Фаил Фәтхетдинов: “Унда ҡатнашыу - Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ һаҡланыуын тәьмин итеү ҙә”, – тип белдерҙе.

"Мәғлүм булыуынса, донъяның күп дәүләттәрендә ун йылға бер тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Был үҙе үк сараның дәүләт дәрәжәһендә мөһим икәнен иҫбатлай.

Беҙ үҙебеҙ тураһында мәғлүмәт биреп, илебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәген хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашабыҙ. Халыҡ иҫәбен алыу тәмамланғас, ул мәғлүмәт анализланасаҡ, һөҙөмтәлә иҡтисади, социаль, мәҙәни, мәғариф һ.б. өлкәләрҙе үҫтереү программалары ҡабул ителәсәк. Тимәк, сарала ҡатнашып, илдең киләсәген төҙөүгә шәхси өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ тигән һүҙ.

Мин үҙем 15 октябрҙә үк гражданлыҡ бурысымды үтәнем – "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша һорауҙарға яуап бирҙем.

Халыҡ иҫәбен алыуҙа һәр кем ҡатнашырға тейеш. Был – илебеҙ һәм киләсәк быуындар тураһында хәстәрлек күреү ул.

“Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк ижтимағи ойошмаһы советы рәйесе урынбаҫары булараҡ, шуны әйткем килә, Башҡортостан татарҙары – республика халыҡтары араһында үҙ урыны булған этностарҙың береһе, беҙҙәге берҙәм, татыу милләттәр ғаиләһе ағзаһы. Улар ҙа төбәгебеҙҙең имен, етеш йәшәүенә үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостан – бында йәшәгән татарҙарҙың да тыуған ере. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙы гражданлыҡ, ата-бабабыҙ алдындағы намыҫ ҡушҡан бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Икенсенән, был ғәмәл Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ һаҡланыуына ныҡлы нигеҙ ҙә буласаҡ", – ти Фаил Фәтхетдинов.

Фото: Фаил Фәтхетдиновтың шәхси архивы.

#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/khaly-i-ben-alyu/2021-11-04/namy-ush-an-burys-2569437?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: