Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
4 Ноябрь 2021, 11:30

"Берәү ҙә мәжбүр итә алмай"

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа милләтеңде күрһәтеүгә бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим?  #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

"Берәү ҙә мәжбүр итә алмай"
"Берәү ҙә мәжбүр итә алмай"

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Заһир Хәкимов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һорауҙарына яуап биреү буйынса фекере менән уртаҡлашты һәм сараның имен үтеүен теләп, тәҡдимдәрен индерҙе.

"Иҫәп алыу бланкында милләтеңде күрһәтеү - конституцион хоҡуғыбыҙ. Бер кем дә кешене икенсе милләт вәкиле булып яҙылырға мәжбүр итә алмай. Республикала халыҡ иҫәбен алыу барышын ойоштороуға бәйле хәлде тикшереү һәм күҙәтеү буйынса эш төркөмө сарала граждандарҙың хоҡуғын боҙоуға ҡағылған һәр мөрәжәғәтте ҡарай. Беҙ был йәһәттән барлыҡ ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ", – тип белдерҙе Заһир Хәкимов.

Халыҡ иҫәбен алыуҙағы хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында ошо адресҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 9/1, 217-се офис. Шулай уҡ  [email protected] электрон почтаһына яҙырға мөмкин. +7(919)1454651 һәм 8(347) 246-48-45 телефондары аша шылтыратыуҙар ҡабул ителә.

Фото: "Бәйләнештә".

 

Автор:Рәмилә Мусина
"Берәү ҙә мәжбүр итә алмай"
"Берәү ҙә мәжбүр итә алмай"
Автор:
Читайте нас: