Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
2 Ноябрь 2021, 15:05

"Хәлде белмәй эш итеүе ауыр"

Билдәле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының элекке урынбаҫары (2003-2012 йылдар) Фидус Ямалетдинов үҙенең халыҡ иҫәбен алыуға ҡарашын белдерҙе. #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

"Хәлде белмәй эш итеүе ауыр"
"Хәлде белмәй эш итеүе ауыр"

“Бик күп өлкән, аҡыллы кешеләр был процедураға аңлап, тыныс ҡарай. Минеңсә, был йәшәгән урыныңдың статусы өсөн бик мөһим. Ә бит кеше ҡайҙа йәшәгәненә һәм статусына битараф түгел. Бына минән йыш ҡына Республика көнөнөң әһәмиәте тураһында һорайҙар. Күптәр был байрамдың мөһим йөкмәткеһен әллә күрмәй, әллә тәрән итеп уйланмай. Минеңсә, һинең йәшәгән билмәнең статусы бик мөһим. Беренсенән, был - халыҡ хәтере. Республика булараҡ, дәүләтселек элементтары. Улар беҙҙә закон менән нығытылған. Ә был туранан-тура иҫәпкә лә, иҡтисадҡа ла барып тоташа. Халыҡ һаны – был ресурс, унда ғүмер өсөн мөһим йүнәлештәр һалына. Шуға күрә мин быны етди процедура тип иҫәпләйем”, – ти Фидус Әғләм улы.

Ҡайһы берәүҙәр халыҡ иҫәбен алыуҙа “милләт” мәсьәләһе бөгөн көнүҙәк түгел һәм никахтарҙың күп өлөшө әллә ҡасан ҡатнаш булып бөткән тигән фекерҙә. Фидус Ямалетдинов иһә был пункттың да ни тиклем мөһим икәнлеген аңлатты.

“Теләһә ниндәй администартив берәмек булдырыу өсөн беренсел мәғәнәләр булып халыҡ, этнос, милләт, дәүләт, йолалар, мәҙәниәт мәғәнәләре тора. Был нимәләрҙең бөтәһе лә бер-береһенә бәйләнгән. Шуға күрә мин һанап киткән мәғәнәләрҙең береһен алып ташлау дөрөҫ түгел. Беҙ бөйөк Рәсәй составында. Федераль дәүләт, тик барыбер автономия элементтары менән. Мин ҡайһы саҡта кинәйә менән әйтеп ҡуям: “Француздар үҙ ваҡытында республика булдырыу өсөн көрәшеп күпме ғүмерен һалған, ә беҙгә ул яҙмыш бүләге булды”. Быны ҡәҙерләргә кәрәк. Әле донъя ҡатмарлы, айырыуса иҡтисад өлкәһендә. Беҙҙең бына тигән республикабыҙ, иҫ китмәле территориябыҙ, ҙур ресурстарыбыҙ бар. Беҙ яҡшы йәшәргә бурыслы. Бының өсөн тормошобоҙҙо ҡороуға бәйле бөтә һорауҙар комплексын юғалтмаҫҡа тейешбеҙ”, – ти ул.

Фидус Ямалетдинов халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бер нисә наградаһы булғанын хәтергә төшөрҙө. 

“Ниндәй генә ғәмәл булһа ла, дәүләтме ул, бизнесмы йәки йәмәғәт ойошмаһымы, барыһы ла кешеләр ресурсына нигеҙләнә. Шуға күрә беҙгә ниндәй ресурсыбыҙ булыуын, үҙебеҙҙең биләмәне нисек үҙләштереүебеҙҙе белергә кәрәк. Беҙ – бик ҙур ил. Шуға был биләмәне үҙләштереү өсөн ниндәй ресурстарға хужа икәнебеҙҙе белеү зарур. Сәйәсәттә әйтелеүенсә, теләктәр түгел, мөмкинлектәр мөһим. Йыш ҡына үҫеш стратегияһы тураһында һөйләйҙәр. Тик, теге йәки был биләмәлә күпме кеше йәшәгәнен белмәй тороп, ниндәй стратегик план төҙөп була һуң? – ти Фидус Әғләм улы. – Мәҙәниәт, закон, ижад, идара итеү, иҡтисад – беҙҙең тормошто тәьмин итеү менән бәйле барлыҡ мәсьәләләр нисек кенә булмаһын кешелек материалына барып тоташа. Эшләгәнебеҙҙең барыһы ла ошоноң өсөн. Кешеләр һанын белмәй тороп, нисек мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хәүефһеҙлек һәм башҡа мәсьәләләрҙе планлаштырып булһын? Һан составы ғына түгел, структураны ла белергә кәрәк. Ниндәй ҡеүәтебеҙ бар. Идарасылар өсөн был бик мөһим. Кешеләрҙең үҙаңы өсөн дә. Кем араһында йәшәйһегеҙ, кем янындағыһыҙ һәм ниндәй мәҙәни мөхиттә йәшәйһегеҙ”.  

Фото: trishurupa.ru

Автор:Альфия Мингалиева

"Хәлде белмәй эш итеүе ауыр"
"Хәлде белмәй эш итеүе ауыр"
Автор:
Читайте нас: