– Пермь крайында 30 мең тирәһе ғәйнә ырыуы вәкиле һәм 6 меңдән ашыу танып ырыуы вәкиле йәшәй. Танып ырыуы башҡортларының жире тип Чернушка ҡалаһы жирләре иҫәпләнә. Был – Танып, Ҡазанчи бабаларның тарихи жирләре. Көйәҙе районында ирәкте башҡорттары йәшәй. Көнгөр, Октябрь райондарында Ҡатай ырыуы башҡортлары күп, – ти Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Мәҫәлән, Барҙа районының Елпачиха ауылы халҡының күпселеге – башҡорттар. Быға дәлилдәр күп, ти Ғәйнә башҡорттары ҡоро башлығы Марат Мозафаров.
– Был йәнисәптә лә башҡортлоғомно расланым. Сөнки минең әти-әнием башҡорт булған. Ҡартәнием белән ҡартәниемнең 1921 йылда никахҡа инеүҙәре турасында документ саҡлана. Был документ ҡына безнең башҡорт булыуызны дәллилләй. Элек-электән бу жирләдә башҡортлар йәшәгән. XVII, XVIII, XIX, XX быуаттар башындағы алынған «Ревизкие сказки» мәғлүмәттәре быларның дәлиле булып тора. Аларда күпчелек халыҡ башҡорт булып язылған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Елпачихаға 800 йыл. Ауыл оҙаҡ йылдар дауамында кантон үҙәге булған, ике исеме бар. Ерле телдә Үдик тип тә йөрөтәләр. Рәсми атамаһы – Елпачиха. Топонимдың килеп сығышы башҡорт телендәге ялпаҡ һүҙе менән бәйле, ти тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр.
Башҡорт иленән ситтә йәшәп тә, үҙ асылына тоғро ҡалған ғәйнә башҡорттары оло хөрмәткә лайыҡ. Афарин!