Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
31 Октябрь 2021, 08:13

Элвин Грей флешмобҡа ҡушылырға әйҙәне

Ул үҙенең социаль селтәрендә башҡорт мәҙәниәтенең һәм республикабыҙҙың үҫешен теләүен яҙа.

Элвин Грей флешмобҡа ҡушылырға әйҙәнеЭлвин Грей флешмобҡа ҡушылырға әйҙәне
Элвин Грей флешмобҡа ҡушылырға әйҙәне

Элвин Грей әйтеүенсә, йәш быуындың үҙ тамырҙарын онотмауы мөһим.

-Ижадҡа һөйөүем ҡурай уйнауҙан башланды. Был башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Беҙҙең ғаиләлә бала саҡтан үҙ тамырҙарыбыҙҙы, милләтебеҙҙе хөрмәт итергә, яратырға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Ҡалған милләттәргә лә ошондай ҡараш булдырҙылар. Беҙ ғаиләлә үҙ телебеҙ - башҡорт телендә һөйләштек, йырҙар йырланыҡ, китаптар уҡыныҡ, тарихыбыҙҙы өйрәндек. Минең тәүге йырҙарым да башҡорт телендә яңғыраны. Бөгөн минең ижадым күп халыҡтарҙы берләштереүе менән бәхетлемен.
Башҡорт мәҙәниәте, республикам үҫешен, йәш быуындың үҙ тамырҙарын белеп үҫеүҙәрен теләйем. Шуға ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа мин дә ҡатнаштым. Флешмобҡа дәррәү, бергәләп ҡушылайыҡ. #МыБашкиры #БеҙБашҡорттар #БезБашҡортлар #всемирныйкурултайБашкир

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Элвин Грей флешмобҡа ҡушылырға әйҙәне
Элвин Грей флешмобҡа ҡушылырға әйҙәне
Автор:
Читайте нас