

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашты. Уның фекеренсә, был - һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, илебеҙҙең статистика тарихында шәхси эҙеңде ҡалдырыу мөһим.
Илдәге халыҡ һаны, ҡала-ауылдарҙа йәшәүселәр күпме, ниндәй милләт вәкилдәре йәшәй? Кампания һөҙөмтәһендә ошондай мәғлүмәттәр яңыртыласаҡ.
"Беҙҙең республикала һәр кемгә үҙ тарихын өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Халыҡ иҫәбен алыу һорауҙарына яуап биргәндә бар кеше халҡының бай тарихын күҙ уңында тоторға тейеш. Дөйөм алғанда, төбәктәрҙең социаль-мәҙәни тормошо өсөн әлеге кампания бик мөһим, ул ил һәм төбәктәр үҫешенә йүнәлтелгән программалар өсөн нигеҙ буласаҡ", - тине мәҙәниәт министры Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында.
Яңы Рәсәй тарихында беренсе халыҡ иҫәбен алыу 2002 йылда үтә. Артабан илдең стратегик үҫешен билдәләгән программа һәм концепциялар раҫлана. Был бурыстарҙы хәл итеү өсөн, мәҫәлән, 2005 йылдан Өҫтөнлөклө милли проекттар ҡабул ителә. Уларҙың маҡсаты – илдең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү һәм Рәсәй халҡының йәшәү кимәлен күтәреү. Һөҙөмтәлелеген күрһәткән милли проекттар 2010 йылдан һуң киңәйтелә. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы йыл һайын “Мәҙәниәт” милли проектында ҡатнаша. Быйыл ғына уның "Мәҙәни мөхит” федераль программаһына ярашлы республиканың 20 мәҙәниәт учреждениеһында капиталь ремонт, реставрация эштәре үткәрелә. Ағымдағы йылда төбәккә биш автоклуб бүленгән, биш моделле китапхана асыласаҡ. Йыл аҙағына тиклем Хәйбулла, Бүздәк, Благовар райондарында заманса кинозалдарҙы йыһазландырыу һәм башҡа эштәрҙе бойомға ашырыу куҙаллана.
(Башҡортостан юлдаш телевидениеһы видеояҙмаһына нигеҙләнеп эшләнде).