

Барығыҙҙа белеүенсә 15 октябрҙан Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланды. Иҫәп алыу бер ай буйына дауам итәсәк. Бәлки, бөгөнгә һеҙҙең менән иҫәп алыусылар осрашҡандыр ҙа, ә бәлки, был турала ишетмәгән кешеләр ҙә барҙыр. Шуның өсөн халыҡ иҫәбен алыу ни өсөн кәрәклеген бер нисә һүҙ менән һеҙгә аңлатып үткем килә.
Йәниҫәп алыуҙың төп бурысы – илдең һәм республикабыҙҙың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн рәсми статистик информация булдырыу. Республикала төрлө программалар эшләп килә. Был программаларҙың күбеһе халыҡтың йәшәү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға бәйләнгән. Ә был программаларға инер өсөн, иң беренсе сиратта, районда күпме кеше йәшәүе тураһында мәғлүмәт кәрәк. Кеше һаны ни тиклем күберәк, тимәк, ҙур маҡсаттар ҡуйған программаларға инеү, уны тормошҡа ашырыу беҙҙең өсөн ыңғай буласаҡ.
Шуға ла, хөрмәтле райондаштар, һеҙҙең һәр берегеҙҙең иҫәп алыуҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙ бик мөһим. Был районда йәшәп көн күрәбеҙ икән, тимәк, уның киләсәген дә үҙебеҙ ҡайғыртырға тейешбеҙ. Тарихта эҙһеҙ булмайыҡ. Килер быуындар өсөн тарих биттәренә үҙ исемебеҙҙе, милләтебеҙҙе, үҙебеҙ тураһында мәғлүмәтте дөрөҫ итеп яҙып ҡалдырайыҡ!
Гөлназ Ғәлләмова.