Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
27 Октябрь 2021, 05:27

Башҡортостан алдынғылар рәтендә

Финанс йәһәттән грамоталылыҡ мәсьәләһе менән Башҡортостанда 2009 йылдан шөғөлләнәләр. 2011 йылдан был эште республиканың Финанс министрлығы үҙ ҡарамағына алған.

Башҡортостан алдынғылар рәтендәБашҡортостан алдынғылар рәтендә
Башҡортостан алдынғылар рәтендә

Кисә видеоконференция алымында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн “Финанс мәғрифәт: һанлаштырыу дәүерендә белем биреү эшмәкәрлегендә яңы алымдар” тип аталған VIII Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты менән Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институты базаһында ойошторолдо.

Пленар ултырышта Рәсәй Финанс министрлығының Финанс грамоталылыҡ дирекцияһы, Башҡортостан буйынса Милли банк, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Дөйөм һәм һөнәри белем биреү системаһының финанс грамоталылығы буйынса Өфө төбәк методик үҙәге вәкилдәре сығыш яһаны.

Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова үҙ сығышында республикала финанс ғилеме йәһәтенән алып барылған эштәрҙең асылына туҡталды.

"Ҡағиҙә булараҡ, төбәктәрҙәге хакимиәттәр, финанс һәм йәмәғәт ойошмалары араһында уҡыусыларҙың финанс һәм ҡулланыусы булараҡ грамоталылығына етди иғтибар биргән субъекттар алдынғы була. Был төбәктәрҙә йылдың-йылы олимпиадаға көслө ҡатнашыусылар әҙерләгән уҡытыусыларҙың тырышлығы, фиҙакәр хеҙмәте яҡлау таба", - тип билдәләне Лира Иғтисамова.

Финанс йәһәттән грамоталылыҡ мәсьәләһе менән Башҡортостанда 2009 йылдан шөғөлләнәләр. 2011 йылдан был эште республиканың Финанс министрлығы үҙ ҡарамағына алған. Шул уҡ йылда әлеге мәсьәлә буйынса Эксперттар төркөмө булдырылған. 2014 йылда финанс грамоталылыҡ буйынса эшмәкәрлек белем биреү системаһына индерелә башланы. Башҡортостандан Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығы буйынса олимпиадала еңеү яулағандар арта бара: 2011 йылда бер еңеүсе булһа, 2021 йылда – 13.

2019, 2020 йылда Рәсәй Финанс министрлығы Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеүгә ярашлы финанс грамоталылығы буйынса 2069 уҡыу-методик комлектын республикаға тапшырҙы, артабан урта һөнәри уҡыу йорттарына, дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларына бүлеп бирелде. Йыл һайын Өфө төбәк методик үҙәгендә 500-ҙән ашыу уҡытыусы финанс грамоталылыҡ буйынса белемен камиллаштыра. Үҙәк эш башлағандан алып бында 2300-ҙән ашыу кеше уҡыу курстары үткән. “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” порталында финанс грамоталылығына арналған арналған айырым бүлек булдырылған. Унда төрлө курстар, уҡыу материалдары менән танышырға мөмкин. 2020 йылдан инновацион майҙансыҡҡа өс балалар баҡсаһы индерелгән, шулай итеп, хәҙер республикабыҙҙа финанс грамоталылығына балалар баҡсаһынан өйрәтә башлайҙар.

"Был эш Күп функциялы үҙәктәрҙә, “Башавтотранс” автобустарында, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, сауҙа үҙәктәрендә ҡыҫҡа видеороликтар күрһәтеү, Башҡортостан юлдаш телевидение, “Сәләм” телеканалдарында ла алып барыла, шул иҫәптән башҡорт телендә лә", - тип билдәләне республиканың финанс министры.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53206

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Башҡортостан алдынғылар рәтендә
Башҡортостан алдынғылар рәтендә
Автор:
Читайте нас