Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
25 Октябрь 2021, 09:35

Йәш табип эшкә ҡайтты

Мишкә үҙәк район дауаханаһына йәш белгес — терапевт ҡайтты. Алты йыл Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алғандан һуң Камай ауылы егете Илфир Кәримов тыуған районында хеҙмәт юлын дауам итте. Илфир Лиана һәм Илфат Кәримовтар ғаиләһендә беренсе бала булып 1995 йылдың 24 февралендә донъяға килә. Ғаиләлә тағы Илвина исемле ҡыҙ бала тыуа. Кәримовтарҙың ике балаһы ла эш һөйөүсән, тырыш, маҡсатсан булып үҫә. Лиана Фәнәүи ҡыҙы ауыл мәктәбе директоры, шулай уҡ башҡорт теле дәрестәрен алып бара. Илфат Нурлығаян улы — мәктәп автобусы водителе.

Йәш табип эшкә ҡайттыЙәш табип эшкә ҡайтты
Йәш табип эшкә ҡайтты

— Илфир бәләкәйҙән үҙ-үҙенә талапсан, тырыш булды. Алдына маҡсат ҡуя икән, нисек кенә ауыр булмаһын, уға ирешмәйенсә тынысланмай торғайны. Үҙем мәктәптә эшләгәс, гел балаларыма таяндым. Ниндәй конкурс, олимпиада булһын, уларҙы йөрөттөм. Аллаға шөкөр, минең йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Икеһе лә башҡорт теленән ҙур уңыштарға иреште, республика конкурстары призерҙары булды. Улар башҡа фәндәрҙән дә һынатманы. Илфир биология, химия менән ҡыҙыҡһынды. Табип булырға хыялланды, — ти егеттең әсәһе Лиана Кәримова.
11-се класты уңышлы тамамлаған Илфир хыялдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана. Ләкин балдары тулмай, кире ҡайтырға тура килә. Ныҡышмал егет, күп уйлап тормай, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына биология-химия факультетына уҡырға инә. Беренсе курсты тамамлағас, ул тағы ла документтарын медицина университетына биреп ҡарай. Табип булыу теләге, күрәһең, көслө була егеттә, 2015 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Әммә өс кенә ай уҡып өлгөрә, декабрь айында Илфир Кәримовты хәрби хеҙмәткә алалар. Шулай итеп, бер йылдан һуң уҡыуын дауам итә. Тырыш егет өсөнсө курстан һуң шәфҡәт туташы курсын үтеп, хеҙмәт юлын башлай. Уҡыуҙан һуң төнгө сменаларға йөрөй. Дүртенсе курста ул һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә эш башлай. Бик еңел булмаған осорҙа эшләргә тура килә Илфир Илфат улына. Тап ошо ваҡытта ил буйлап COVID-19 сире башлана. Клиник госпиталде ковид госпиталгә әйләндерәләр. Йәш егет “ҡыҙыл зона”ға эләгә.
— Ковид госпиталдә эшләй башлағас, уның өсөн ныҡ борсолдоҡ. Илфирҙан: “Һөйлә әле, кеше был сир менән ысынлап шулай ныҡ ауырыймы? Халыҡты шулай ҡурҡыталар ғынамы?” — тип һорай торғайныҡ. “Мин күргәндәрҙе һеҙгә күрергә яҙмаһын”, — тип кенә яуап бирә ине, — тип хәтерләй әсәһе.
Уҡыуын тамамлағас, Илфир Кәримов Мишкә үҙәк район дауаханаһына эшкә ҡайта. Район табиптарға ҡытлыҡ кисергәндә йәш белгестең тыуған яғына ҡайтыуы шатландыра. Үҙ һөнәрен яратҡан егет артабан да белемен камиллаштырырға хыяллана. Киләсәктә үҙен анестезеолог итеп күрә. Ябай ғаиләнән сығып, үҙ көсө менән күпкә ирешкән Илфирға ҙур өмөттәр бағлайҙар.
Бала саҡтан хыял иткән һөнәрен һайлаған егет үҙен бәхетле һанай. Баш ҡаланың ылыҡтырғыс тормошона ҡыҙыҡмайынса, тыуған районына ҡайтҡан йәш белгескә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Авторы: Лилиә ХӘСӘНОВА.

Йәш табип эшкә ҡайтты
Йәш табип эшкә ҡайтты
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас