Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
16 Октябрь 2021, 20:00

Улар мөһим сараға әҙер

Асҡын районы иҫәп алыусылары һәм контролерҙары өсөн уҡыуҙар үтте.  

Улар мөһим сараға әҙер
Улар мөһим сараға әҙер


Асҡын районында иҫәп алыусылар һәм контролерҙар махсус уҡыуҙар үтте. 15 октярҙә Бөтә Рәсәй иҫәп алыу кампанияһына  старт бирелде, ә 18 октябрҙән аныҡ эш башланасаҡ.

Бөгөн уҡыуҙарҙың һуңғы көнө булды. Иҫәп алыусылар менән район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов осрашты. Ул йән иҫәпселәргә эштәрендә уңыштар һәм яуаплылыҡ теләне.

Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина сығышында төп бурыстарҙы билдәләне: районыбыҙҙа йәшәгән һәр кемд иҫәпкә алынырға тейеш. Сөнки иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың стратегик үҫеш планы төҙөләсәк. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре дәүләт һәм йәмғиәттең үҫеш стратегияһын, прогноздарын, пландарын төҙөү өсөн кәрәк. Уларһыҙ төплө, нигеҙле идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеп булмаясаҡ.

Сарала ҡатнашыусы ауыл биләмәләре башлыҡтарына иҫәп алыусыларға ярҙам итергә ҡушылды.

Наилә Имаева.



Улар мөһим сараға әҙер
Улар мөһим сараға әҙер
Читайте нас: