Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
16 Октябрь 2021, 12:00

Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!

#БашҡортТарихыЙылы#ГодБашкирскойИстории#Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы Туймазы ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында кисә беренсе тапҡыр башҡорт милли уйындары буйынса «Бәйге» чемпионаты уҙҙы. Асҡын районы исеменән сығыш яһаусы Балыҡсы ырыуы командаһы үҙҙәрен илһөйәр, рухлы, берҙәм һәм көслө спортсылар булараҡ танытып, өсөнсө урын яуланы. Афарин, асҡындар!

Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!
Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!

Кисә Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә беренсе тапҡыр үткән башҡорт милли уйындары буйынса «Бәйге» чемпионатында Асҡын районы данын Балыҡсы ырыуы ир-егеттәре яҡланы.

Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, төбәк халҡы араһындағы берҙәмлекте, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге төбәк-ара хеҙмәттәшлек нигеҙҙәрен нығытыу маҡсатында ойошторолған сара беренсе тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар күп ине һәм һәр береһе еңеүгә дәртләнгәйне.

Чемпионатта һигеҙ башҡорт ырыуы командаһы көс һынашты: «Табын» (Силәбе өлкәһе), «Юрматы» (Өфө), «Ғәйнә» (Пермь крайы), «Балыҡсы» (Асҡын районы), «Уран» (Яңауыл районы), «Ҡаңлы» (Туймазы районы), «Йылан» (Дүртөйлө районы), «Ҡырғыҙ» (Илеш районы).
Команда ағзалары арҡан тартыу, башҡорт триатлоны, йөк өҫтөрәү, төк әйләндереү, уҡтан атыу, таяҡ тартыу, бүрәнәлә тамға ырып яһау
һымаҡ традицион башҡорт милли спорт төрҙәрендә ярышты.

«Беҙҙең команда баштан уҡ алдынғылыҡты бирмәне – гел беренсе булып килдек. Иң аҙаҡҡы ярыш беҙҙең өсөн ҡатмарлыраҡ булды. Унда бәләгә тарыған кешене команда менән күтәреп, тейешле пунктҡа илтергә, бүрәнәне бер яҡҡа, унан икенсе яҡҡа, артабан кирегә һөйрәргә кәрәк ине, шунан бүрәнәне команда менән бергә күкрәккә тиклем күтәреп, 20 тапҡыр пресс эшләнек. Артабан ошо бүрәнәне дүрт тумарға киҫеп, һәр бер тумарҙы дүртә ярып, ошо утын ярҡаларынан үҙебеҙҙең ырыу тамғаһы – балғаны теҙергә кәрәк ине. Бына ошо ярыш төрөндә беҙҙе Дүртөйлө һәм Өфө егеттәре уҙып китте. Беҙ өсөнсө урынға сыҡтыҡ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште егеттәр.- Был бәйге беҙгә бик оҡшаны. Ҡайтҡас, үҙебеҙҙең районда ла ошондай сара ойоштороу теләге менән янып, дәртләнеп ҡайтабыҙ”.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов «Бәйге» чемпионаты еңеүселәрен бүләкләгәндә, бындай сааралар милли берҙәмлекте арттыра һәм глобалләшеү шарттарында үҙбилдәләнеш нигеҙҙәрен нығыта, тине.

Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса өс еңеүсе билдәләде.

I урынға Өфөнән «Юрматы» ырыуы егетәрре сыҡты. Улар 150 мең һум аҡса һәм Еңеүселәр шлемы менән бүләкләнде.

II урынды Дүртөйлөнән “Йылан” ырыуы вәкилдәре алды.Улар 100 мең һумға лайыҡ булды.

III урынды яулаусы Асҡын районының “Балыҡсы” ырыуы командаһы 50 мең һум аҡса аҡсалата бүләк һәм Диплом менән билдәләнде.

Наилә Имаева.

Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!
Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!
Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!
Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!
Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!
Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!
Афарин, рухлы, көслө, етеҙ егеттәр!
Читайте нас: