Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
15 Октябрь 2021, 10:36

"Иҫәп алыуҙа дәррәү ҡатнашайыҡ!"

"Рәсәй халыҡтары ғаиләһендә башҡорттар ҙа лайыҡлы урын алып тора. Алдағы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса башҡорттар – Рәсәй Федерацияһы халыҡтары һаны буйынса дүртенсе урынды биләне. Беҙҙең республикала 2010 йылда 1,17 миллион башҡорт йәшәгән", - ти Эльвира Айытҡолова. 

"Иҫәп алыуҙа дәррәү ҡатнашайыҡ!"
"Иҫәп алыуҙа дәррәү ҡатнашайыҡ!"

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:

- Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана. Ун йылға бер тапҡыр беҙҙә үҙебеҙҙе тарихҡа индереү өсөн үҙенсәлекле мөмкинселек барлыҡҡа килә, уның ярҙамында миллионлаған рәсәйҙәр араһында демографик статистикала һеҙҙең дә ҡабатланмаҫ шәхесегеҙ иҫәпләнәүен аныҡ белеп торабыҙ.

Ни өсөн иҫәп алыуҙа ҡатнашырға кәрәк?

Беренсенән, уның һөҙөмтәһе территорияларҙы үҫтереү өсөн бюджет сығымдарын планлаштырған саҡта иҫәптә тотоласаҡ. Был торлаҡ, мәктәптәр, балалар баҡсалары, медицина учреждениелары төҙөү, транспорт инфраструктураһы һәм башҡалар.

Икенсенән, демографик күрһәткестәр социаль ярҙам төрҙәрен анығыраҡ планлаштырыу мөмкинлеге бирәсәк. Мәҫәлән, тап 2002 йылғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре хөкүмәткә етди итеп тыуымды арттырыу тураһында уйланырға мәжбүр итте һәм ошо сәбәпле әсәлек капиталы барлыҡҡа килде. Беҙҙә Башҡортостанда республика һәм муниципаль саралар ғәмәлдә – ЭКО процедураһын субсидиялау, бер юлы игеҙәктәр йәки өс бәпес тапҡандарға түләүҙәр, һалым ташламалары. Шулай уҡ иҫәп алыу пенсия, балалар пособиелары иҫәпләү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары күреү өсөн дә мөһим. Беҙҙең республикала иҫәп алыу йомғаҡтары ауыл биләмәләрен һәм моноҡалаларҙы үҫтереү программаларын планлаштырғанда, мәшғүллек проблемаларын хәл иткәндә айырыуса кәрәк.

Ә бына милли состав һәм телдәр белеү тураһындағы мәғлүмәттәр Рәсәйҙең этномәҙәни һәм тел күптөрлөлөгөнә ярҙам итеү өсөн нигеҙ буласаҡ.

Рәсәй халыҡтары ғаиләһендә башҡорттар ҙа лайыҡлы урын алып тора. Алдағы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса башҡорттар – Рәсәй Федерацияһы халыҡтары һаны буйынса дүртенсе урынды биләне. Беҙҙең республикала 2010 йылда 1,17 миллион башҡорт йәшәгән. Алдағы иҫәп алыуҙа әүҙем ҡатнашыу ғына объектив мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеге бирәсәк. Беҙҙең һүлпәнлек арҡаһында барыһы ла иҫәпләнмәһә – дөрөҫ булмаясаҡ. Шуға күрә бөтәгеҙҙе лә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! 

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
"Иҫәп алыуҙа дәррәү ҡатнашайыҡ!"
"Иҫәп алыуҙа дәррәү ҡатнашайыҡ!"
Автор:
Читайте нас: