Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
13 Октябрь 2021, 17:15

Алда - мөһим саралар

Бөгөн Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте. Тулыраҡ:

Алда -  мөһим саралар
Алда - мөһим саралар

 

Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында Асҡын районы башҡорттарының сираттағы ултырышы үтте. Көн тәртибендә түбәндәге һорауҙар ҡаралды:

  1. 15 октябрҙә старт аласаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу;

  2. Балыҡсы ырыуының илһөйәр улы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан фәнни-ғәмәли конференция үткәреү һәм уның исемен мәңгеләштереү;

  3. 15 октябрҙә Туймазы ҡалаһында үтәсәк Башҡорт ырыуҙары йыйынында ҡанашасаҡ Балыҡсы ырыуы делегацияһын әҙерләү.

Ҡоролтай ултырышында Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов та ҡатнашты. Динис Рәдис улы алда торған мөһим сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләне.

“Халыҡ иҫәбен алыу бик тә мөһим сара. Уны үткәргәндә алынған мәғлүмәт – һөҙөмтәле социаль-иҡтисади сәйәсәт , социаль тотороҡлолоҡ һәм кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыу нигеҙе.

Уның төп бурысы – илдең, республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн рәсми статистик информация булдырыу. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре дәүләт һәм йәмғиәттең үҫеш стратегияһын, прогноздарын, пландарын төҙөү өсөн кәрәк. Уларһыҙ төплө, нигеҙле идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеп булмаясаҡ. Бынан тыш, халыҡ, уның йәшәү шарттары тураһында мөһим мәғлүмәт бюджет процесын мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк ойошторорға булышлыҡ итәсәк.

Иҫәп алыу ҡағыҙҙарының айырым һорауҙары граждандарҙың мәшғүллегенә һәм белеменә арналған. Был өлкәләге проблемалар районыбыҙ өсөн актуаль.

Эшһеҙлекте бөтөрөү уйланылған сәйәсәт алып барыуҙы талап итә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн эшһеҙҙәр һаны, мәшғүллек характеры, йәшәү сығанаҡтары  тураһында аныҡ мәғлүмәттәр кәрәк. Һөҙөмтәлә беҙ мәшғүллек программаларын аныҡлай, эшһеҙҙәрҙең квалификацияһын үҙгәртеүгә ҡарашты ҡайтанан ҡарай, эш биреүселәргә дөрөҫ йүнәлеш бирә аласаҡбыҙ.

Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары белем биреү системаһын артабан үҫтереү өсөн дә мөһим. Уның ихтыяждарына республика бюджетының өстән бер өлөшө тиерлек тотонола. Байтаҡ федераль средстволар йәлеп ителә.

Иҫәп алыу һөҙөмтәләре ҡала һәм ауыл халҡы нисбәтен баһалау, тимәк, аграр сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен аныҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Ауылда кәрәкле белгестәрҙе нығытыу буйынса саралар һөҙөмтәлелеген арттырырға. Ауыл халҡының матди-көнкүреш шарттарын яҡшыртырға.  

Халыҡтың йәш составы пенсияға сығыусы кешеләр һанын билдәләү өсөн кәрәк. Был яҡындағы йылдарға Пенсия фонды бюджетын планлаштырырға, социаль сығымдарҙы иҫәпкә алырға ярҙам итәсәк.

Был мөһим сара барышында кешеләрҙең ниндәй телдәрҙе белеүе хаҡында ғына түгел, уларҙы көндәлек тормошта нисек ҡулла­ныуы хаҡында ла һорауҙар буласаҡ.

Йәниҫәп битендә үтә лә мөһим һорауҙарҙың береһе – туған тел хаҡында. «Һеҙҙең туған телегеҙ?» тигән һорау12-се урында тора. Уға яуап биргәндә, ниндәй кимәлдә белеүегеҙгә, ҡулланыу даирәһенә ҡарамаҫтан, туған телегеҙ тип һанаған телде атарға хоҡуҡлыһығыҙ.

Был мәғлүмәттәр белем биреү программаларының һөҙөмтәлеген баһаларға, милли мәктәптәргә ихтыяжды билдәләргә, шулай уҡ мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен асыҡларға ярҙам итәсәк.

Йәниҫәп битендә шулай уҡ милләт хаҡында ла һорау бар. Ул, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә, шул иҫәптән балаларға ла, ҡағыла.

Мәҫәлән, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа Балыҡсы ырыуына ҡараған Солтанбәк ауылы халҡы (100 проценты менән) үҙҙәренең милләтен башҡорт тип күрһәткән. Тарихи асылдарына тоғро солтанбәктәрҙән өлгө алырлыҡ.

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ла һәр ваҡыттағыса был эштә әүҙем булып, өлгө күрһәтер һәм халыҡ менән берҙәм булыр”, - тип Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбендә ҡатнашырға саҡырҙы райондаштарыбыҙҙы.

Динис Рәдис улының һүҙҙәрен ҡеүәтләп, Асҡын районында халыҡ иҫәбен алыу буйынса район хакимиәтенән вәкәләтле вәкил Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина ла сығыш яһаны.

 

“Беҙҙең барыбыҙҙы ла лайыҡлы хеҙмәт шарттары, социаль тәьминәт, сифатлы һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡыҙыҡһындыра. Дәүләткә дөрөҫ һәм ғәҙел ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итергә кәрәк. Бының өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу, иҫәп алыусының һорауҙарына яуап биреү мотлаҡ. Был 15 минуттан артыҡ ваҡытты алмаясаҡ. Әммә ил тормошоноң киләһе 10 йылына йоғонто яһаясаҡ”, - тине Рима Шамил ҡыҙы.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һорауҙары буйынса вәкәләтле вәкил Нурия Әҡсән ҡыҙы Шәрәфетдинова сығышында халыҡ иҫәбен алыу тәртибенә туҡталды.

Атабан һүҙ Шаһийән Миңлеғәлиевтың яҡты иҫтәлегенә арнап үткәреләсәк саралар тураһында барҙы.

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова был юҫыҡта әлегә башҡарылған эштәр тураһында бәйән итте.  Солтанбәк мәктәбе музейы етәксеһе Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманова   Шаһийән Миңлеғәлиев тураһында туплаған материалдары менән таныштырҙы.  Артабан хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр буйынса яуаплы кешеләр билдәләнде. Сарала  ҡатнашыусылар  ойоштороу мәсьәләләре буйынса үҙ фекерҙәре менән бүлеште, кәңәшләште.

Туймазыла үтәсәк Ырыуҙар йыйынында ҡатнашыу буйынса ла әҙерлек мәсьәләләре хәл ителде ултырышта.

Наилә Имаева.

Фәйрүзә Юнысова фотолары.

Алда -  мөһим саралар
Алда -  мөһим саралар
Алда -  мөһим саралар
Алда -  мөһим саралар
Алда - мөһим саралар
Читайте нас: