Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
13 Октябрь 2021, 09:00

33 кенә һорау бирәләр

Был аҙнала, йәғни 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Был сара – быйылғы көҙҙөң иң әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе. Унан ситтә ҡалмағыҙ.

33 кенә һорау бирәләр
33 кенә һорау бирәләр

Йәниҫәп алыусылар (башҡалар менән бутарлыҡ түгел уларҙы, был хаҡта яҙырбыҙ) һеҙгә 33 кенә һорау бирә. Бер ниндәй ҙә документ күрһәтергә кәрәкмәй.

23 һорау социаль-демографик темаға: йәшегеҙ, енесегеҙ, тыуған урынығыҙ, милләтегеҙ, телегеҙ, белемегеҙ, ғаилә хәлегеҙ, балаларығыҙ иҫәбе, мәшғүллегегеҙ, килем сығанағы (эш хаҡығыҙҙың күпме булыуы кәрәкмәй) һ.б.

10 һорау торлаҡ шарттары тураһында: йортоғоҙ нимәнән, ҡасан һалынған, майҙаны, уңайлылыҡ төрҙәре һ.б.

Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүселәр өсөн ете һорау бар.

Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Был турала хатта бәләкәйҙәр белә: 4 йәшлек күрше малайы, мин – башҡорт, телем – башҡорт теле, тип яҙылам, тип көтөп йөрөй))) Аңлағанға – ишара.

 

Фото: vk.com 

33 кенә һорау бирәләр
33 кенә һорау бирәләр
Автор:
Читайте нас: