Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
5 Октябрь 2021, 09:05

Туған телде өйрәнеүселәргә – яңы ҡулланма

Шуныһы үҙенсәлекле: баҫма башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән.

Туған телде өйрәнеүселәргә – яңы ҡулланма
Туған телде өйрәнеүселәргә – яңы ҡулланма

“Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу ҡулланмаһы башҡорт телен башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән. Ул башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, телебеҙҙең йәмғиәттә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында яҙылған. Ҡулланма һәм башҡалар хаҡында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үткәрелде.

Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, уҡыу әсбабы мөхәррире Сынтимер Баязитов был баҫманың Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 14 декабрендә уҙғарылған Башҡортостан муниципаль район һәм ҡала округтарының башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашыу йомғаҡтары нигеҙендәге йөкләмәләрҙе үтәү буйынса баҫылыуы хаҡында белдерҙе. “Грантты тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфө күп профилле һөнәри колледжының авторҙар коллективы – филология фәндәре кандидаттары, доценттар Рида Латипова, Фәнзил Санъяров, баш ҡалалағы  44-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы Ләлә Сафина һәм республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу баҫмаһы нәшер ителде”, - тине Сынтимер Биктимер улы.

Шуныһы үҙенсәлекле: баҫма башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән. Был курс 32 дәрескә иҫәпләнгән. Уҡыу ҡулланмаһы башҡорт телен уҡытыусы етәкселегендә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.

“Баҫма тематик йәһәттән бүленгән ете бүлектән һәм өс ҡушымтанан тора. Һәр бүлек үҙенең композиция йәһәтенән тамамланған булыуы менән айырыла. Ул телмәр – тел – телмәр коммуникатив компетенцияһын формалаштырыуға булышлыҡ итә”, - тине филология фәндәре кандидаты, доцент, Өфө күп профилле һөнәри колледжы директорының уҡыу-етештереү һәм инновация эше буйынса директоры урынбаҫары Рида Латипова.

Филология фәндәре кандидаты, доцент, Өфө күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы, пособие авторы Фәнзил Санъяров “Уҡыу өсөн текстар” ҡушымтаһында мәҙәни йүнәлештәге текстарҙың бирелеүе һәм уларҙың телде белеү кимәленә ярашлы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Авторҙарҙы бик оҙаҡ ҡына эҙләнек”, - тине матбуғат кәңәшмәһендә Башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова.

Ә бына баш ҡалалағы 44-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы Ләлә Сафина уҡытыусының аудитория менән эшләгәндә лә теоретик материалдарҙы файҙаланыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.

Матбуғат конференцияһында “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов әсбапҡа сит телде индереү кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Әле “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу пособиеһының II өлөшө нәшерләүгә әҙерләнә, тип билдәләнде сарала. Был иһә башҡорт телен өйрәнергә теләүселәрҙең туған телебеҙҙе өйрәнеү буйынса белемен йәнә камиллаштырырға, тәрәнәйтергә булышлыҡ итәсәк.

Автор фотолары.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2021-10-04/tu-an-telde-yr-ne-sel-rg-ya-y-ullanma-2530186?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Туған телде өйрәнеүселәргә – яңы ҡулланма
Туған телде өйрәнеүселәргә – яңы ҡулланма
Автор:
Читайте нас: